104 йәшлек ветеран

104 йәшлек ветеран

Ер шарының төрлө төбәктәренә осоп киткән балаларыңды күреп ҡосаҡлау. 104 йәшлек Мөсәйрә Фәтиховаға бындай мөмкинлек аҙ тигәндә йылына ике тапҡыр тейә: тыуған көнөнә һәм Еңеү көнө алдынан. Ветеран менән хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина осрашты.Был фотола Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙына 23 кенә. Йәш ҡыҙыҡай фронтҡа ирекмән булып китә. Боронғо фотоларҙа ул инде күлдәктә түгел, ә гимнастеркала. 1942-се йылдың майында Өфөнән Сталинград фронтына Башҡортостандан ҡатын-ҡыҙҙарҙың тәүге эшелоны ебәрелә. Республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән 3 мең 600 ҡыҙ. Мөсәйрә Фәтихованы үҙ үтенесе буйынса һуғыштың тап уртаһына – Сталинградҡа йүнәлтәләр.Ярты ай уҡығандан һуң Мөсәйрә Фәтихова 1079-сы зенит-артилерия полкының зенитчицаһы булып китә. Ҡыҙҙың һуғышсан холҡон күреп уны батареяның комсоргы итеп ҡуялар. Фронтта үҙен военкор булараҡ күрһәтә. Полк гәзитенә яугирҙарҙы илһамландырыусы очерктар яҙа. Баҫыу шарттарында тиҫтәләгән хәрби һөнәргә өйрәнә. Күҙәтеүсе һәм элемтәсе була. Бөтә һуғышты үтеп сыға һәм еңеүҙе Польша менән Германия сигендә ҡаршылай. Ғәжәйеп: беренсе ҡатын-ҡыҙҙар эшелоны составында фронтҡа Дүртөйлөнән киткән 50 ҡыҙ өйҙәренә имен-һау әйләнеп ҡайта. Һуғыштан һуңғы фотоларҙа Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙы һаман да гимнастеркала, тик яңынан толом-толом сәстәре менән. Фронтҡа киткәндә уларҙы ҡырҡырға тура килә. Бына инде нисә йыл рәттән Еңеү көнө алдынан Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙын мәктәп уҡыусылары, район хәкимиәте һәм ветерандар ойошмаларының вәкилдәре ҡотлай. Матур теләктәр яңғырай, йырҙар йырлана, хатта бәләкәс парад та ойошторола. Мөсәйрә Фәтихова быйыл да 9-сы майҙы Мәскәүҙә, Ҡыҙыл майҙанда ҡаршылаясаҡ. Ветеран ҡатын эргәһендә уның яҡындары. Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙының 3 балаһы, 5 ейәне, 7 бүләһе һәм бер бүләсәһе бар. Һуғыштан һуң донъяға килгән һәм башҡорт зенитчицаһы Мөсәйрә Фәтихова күргән һуғышты күрмәгән дүрт быуын.