Мәскәүҙән Кубок менән

Мәскәүҙән Кубок менән

Пегов исемендәге Өфө балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре Мәскәүҙә халыҡ-ара конкурс-фестивалдә Рәсәй кубогын яуланы. Уҡыу йылын тамамлағас улар Ҡала мәҙәни ял итеү үҙәгендә ҙур концерт да күрһәтте. Сығарылыш класы ла, тәүге йыл уҡыусы балалар ҙа бер сәхнәлә. Төрлө халыҡ, заман бейеүҙәре, сағыу костюмдары һәм, әлбиттә, оҫталыҡтары менән тамашасылар һөйөүен яуланы улар. Бер йыл буйына әҙерләнеп, хәрәкәттәрҙе ятлап, бер дәрес тә ҡалдырмай көтөп алынған концерттарының береһе тиҙҙән башлана. Был бәләкәстәр Пегов ис. Өфө балалар сәнғәт мәктәбендә уҡый башлаған ғына әле. Мираҫ йыр һәм бейеү фольклор ансамбле солисы Салауат Исҡужин менән концерт өсөн һуңғы әҙерлек мәле. Үҙе 3 йәшенән сәхнәләрҙә бейеп үҫкән артист ҡыҙ һәм малайҙарға уҡытыусы ла, өлгө лә. Ә был 25 бейеүсе тиҙҙән аттестатлы була. 9 йыл дауамында бик күп конкурстар, фестивалдәрҙән еңеүселәр исемен ғорур күтәреп ҡайтҡан үҙ эшенең оҫталары улар. Башланғыс кластарҙан уҡ тормошон бейеү менән бәйләгән, ә был сәнғәт мәктәбендә 35 йыл эшләгән Ирина Евгеньевна сираттағы ҡарлуғастарын оҙата. Тормош иптәше менән бергә тап ошо ҡыҙ һәм егеттәргә бәләкәй сағынан кәүҙәләрен дөрөҫ тоторға, бейеүҙәрҙең хәрәкәттәрен генә түгел, характерын, тойғоларҙы дөрөҫ сағылдырырға өйрәтә.Быйылғы уҡыу йылын Пегов ис. Өфө балалар сәнғәт мәктәбенең хореография бүлегендә 160-лап бала уҡыған. Ә йылдың һуңғы концертын улар Халыҡ-ара бейеү көнө һәм Ғаилә йылына арнаны.