Ләләләр ғәҙәттә 9 майҙа ғына сәскә ата, ти белгестәр. Ә күп йыллыҡ бүлмә гөлдәре — гиппеаструмдар, быйыл киреһенсә, һуңыраҡ сәскә ата. Бының сәбәптәрен беҙҙең хәбәрселәр барып белде, тулыраҡ мәғлүмәт киләһе сюжетта. Ике реконструкция кисергән ботаника баҡсаһы хәҙер 26 гектар майҙанды биләй. Һуғыш йылдарында бында баҡса культуралары — ҡыяр, помидорҙар үҫтереп яу яланына оҙатҡандар. Хәҙер иһә, оранжереяға һиллеккә сумырға, хуш еҫле сәскәләр еҫенә кинәнергә, ҡоштар йырын тыңларға балалар, өлкәндәр, ауырлы ҡатындар йыш килә.Бында донъяның 5 ҡитғаһынан йыйылған тропик һәм субтропиктан үҫемлектәрҙең 1 мең 300 төрө бар. Ләлә сәскәләренең генә 70 төрө иҫәпләнә.Өфөнөң Ботаника – баҡса институтындағы ләләләр быйыл ғәҙәттәгенән ике аҙнаға алдараҡ сәскә атһа, күп йыллыҡ бүлмә гөлдәре – гиппеаструмдар киреһенсә – һуңға ҡалған.Йөкмәткеһе һәм ғилми эштәре, коллекция фонды буйынса Рәсәйҙә иң көслө биш ботаник институтындағы баҡсаны сакура ла үҙ иткән.Быйыл Өфө ботаник-баҡса институты хеҙмәткәрҙәрен ИмПЕРАТОР СЕЛЕ лә хайран ҡалдыра –бер юлы өс рәт итеп сәскә ата. Нәфис гөлдөң тыуған ере –Иран. Унда был сәскәнең тарихы дин, мифология һәм фольклор менән бәйле.
Өфө Ботаник – баҡса институтында тюльпандар ваҡытынан алда сәскә атҡан
Өфө Ботаник – баҡса институтында тюльпандар ваҡытынан алда сәскә атҡан






