Махсус сигналдар ярҙам итмәне, янғын һүндереүселәр фажиғә урынына ваҡытында барып етмәне.
Шартлы янғынды һүндереүгә иҫәпләнгән һынау ошондай һөҙөмтә менән тамамланды. Ҡотҡарыусыларға ябыҡ урамдар һәм автомобилдәрҙән теҙелгән ҡаршылыҡтар үтә алмаҫлыҡ булып сыҡты.Аксаков урамында сыҡҡан янғынды һүндеререргә килеүсе бригадаға юл ситендә торған хужаһыҙ прицеп ҡаршылыҡ тыуҙыра. Техника менән бинаға яҡын килеп булмай, ә ундағы кешеләрҙе эвакуациялау өсөн автобаҫҡысты һуҙырға кәрәк. Хәйер был ваҡиға ҡорбандарһыҙ тамамлана, 1 кеше тәне бешеп, тағы ла 8-е һөрөм менән ағыуланып дауаханаға эләгә. Был кадрҙар күрше Свердловский өлкәһендә төшөрөлгән, юл уртаһында ҡалдырылған автомобиль арҡаһында автоцистерна янғын урынына үтә алмай. Ә фатирҙа кешеләр төтөнгә тонсоға, бындай ваҡытта һәр секундың ҡәҙерле.Норматив буйынса ут сығыу тураһында хәбәр килгәс тә янғын һүндереүселәр 10 минут эсендә ваҡиға урынына барып етергә тейеш. Ҡотҡарыу сараларын башлауға тағы ла 5 минут ваҡыт бирелә, әммә...Урам эсенә теләһә ҡалай ҡуйылған автомобилдәр араһынан ауыр техника үтә алмай. Ә уларҙың хужаларын тапҡансы тағы ла сикһеҙ ваҡыт үтә.Ә янғын көтөп тормай.Ут бер минут эсендә бүлмәне, ә тағы ла бер нисә минуттан тотош фатирҙы ялмап алыуы ихтимал.Махсус сигналдар менән сираттағы йорт ихатаһына юлланабыҙ. Алда шлагбаум, 2 минут самаһы ваҡыт үткәс кенә ҡотҡарыусылар алдындағы законһыҙ урынлаштырылған кәртә асыла, тик бында йәнә лә ҡаршылыҡ.Ысынбарлыҡта янғын һүндереү сараларын башлар өсөн ҡотҡарыусыларҙың кәмендә 5-10 минут ә ҡайһы саҡта ярты сәғәт ваҡыты вайымһыҙ водителдәрҙең тимер аттарынан юлды таҙартыуға китер ине.Ҡотҡарыусылар янғын урынына ни тиклем тиҙ һәм ҡаршылыҡһыҙ килеп етә, шул тиклем фажиғә эҙемтәләре лә әҙерәк булыр ине. Быны һәр кем аңлай ҙә автомобилен теләгән ерҙә ташлап киткән ваҡытта ул хаҡта кем уйлай икән...