Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Рәсәй һәм Ҡытай Берләшкән Милләттәр ойошмаһы именлек шураһының Алеппола хәрби хәрәкәттәрҙе бер аҙнаға туҡтатыу тураһындағы резолюцияһына вето һалды. Мәскәү һәм Ҡытай фекеренсә, бындай тәнәфестәр террорсыларға запастарын тулыландырырға һәм көс тупларға ғына ярҙам итә.

Кеше менән кенгуру һуғышыуы тураһындағы роликты бер-нисә көндә миллиондан ашыу кеше ҡараған. Хайуан Австралияла йәшәүсенең этен муйынынан тотоп алып быуа башлай. Шул ваҡытта ир ярҙамға ташлана һәм кенгуруның моронона берҙе тондороп ала.

Испанияның Памплоне ҡалаһында урамдар буйлап үгеҙҙәр югереүе буйынса Сан-Фермин фестивале үтте. Ярһыған хайуандарҙан меңләгән кеше ҡасҡан. 6 кеше дауаханаға һалынған. Бындай фестивалдәрҙе хайуандарҙы яҡлаусылар йыл да акциялар менән ҡаршы ала.