Башҡортостандан сыҡҡан Рәсәй геройҙары тураһында “Рәсәй геройҙары – беҙҙең замандың батырҙары” тип аталған китап донъя күрҙе.
Республиканың Хәрби Дан музейында китаптың исем туйы үтте. Сарала Рәсәй Геройҙары, йәмәғәт ойошмалары, уҡыусылар ҡатнашты. Документаль-публицистик очерктар йыйылмаһы Башҡортостан хөкүмәте ярҙамында “Диңгеҙ йыйылышы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы тәҡдиме менән нәшер ителгән. Баҫма әлегә мең дана иҫәпләнә. Артабан күпләп баҫтырыу һәм республиканың барлыҡ мәктәптәренә һәм йәмәғәт учрежденияларына бушлай таратыу күҙаллана.Китап авторы Евгений Смирнов, һауа-десант ғәскәрҙәре ветераны, үҙе лә Рәсәй геройҙарының күбеһе кеүек оҙаҡ йылдар Чечняла, Владикавказда хеҙмәт иткән. “Беҙҙең илдә, республикала батырҙар булды, бар һәм буласаҡ. Тап шуның менән беҙҙең халыҡ, беҙҙең дәүләт көслө”, тип яҙа автор. Илдең башҡа субъекттары менән сағыштырғанда, тап Башҡортостанда тыуған йәки йәшәгән ҡаһармандарҙың иң күбе Рәсәй геройы исемен алған. Был яугирҙарҙың тормош юлы, уларҙың ҡаһарманлыҡтары йәш быуынға үрнәк булып тора. Шуға ла яңы китап уҡыусылар өсөн мәғлүмәт сығанағы, ә батырҙарҙың яҡындары өсөн ҡәҙерле иҫтәлек.