Театр алиһәһе Гөлли Мөбәрәкова менән осрашыу

Тулыраҡ: Театр алиһәһе Гөлли Мөбәрәкова менән осрашыу

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры коллективы юбилейҙарын билдәләүсе хеҙмәттәштәре менән осрашыуҙар ойоштороуҙы матур йолаға әйләндерҙе. Театр ҡунаҡханаһында юбиляр менән күҙгә-күҙ ҡарашып әңгәмәләшеү, һорауҙарға яуаптар алыу мөмкин. Ошо көндәрҙә театр һөйөүселәр Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова менән осрашты. . СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған, БАССР-ҙың халыҡ артисы Рәғиҙә Янбулатова бер бөртөк ҡыҙҙарының театр юлынан китерен бер ҙә күҙ алдына килтермәй. Шулай ҙа театрҙан башҡаны күреп үҫмәгән ҡыҙ 1959 йылда Анатолий Луначарский исемендәге театр сәнғәте институтын тамамлап ижад юлын Башҡорт дәүләт академия драма театрында башлай һәм бөгөн дә, үҙ сәхнәһенә тоғро ҡалып, яратҡан эшен дауам итә. Эшенә яуаплылыҡ менән ҡараған бөйөк актриса тамашасылары менән осрашыуға ла етди әҙерләнә.Ҙур булмаған ҡунаҡ бүлмәһендә тамашасылары көтә уны.Осрашыуға тамашасылар һорауҙарын, ә актриса күстәнәсен әҙерләгән.Гөлли Арыҫлан ҡыҙының шиғыр һөйләгәнен халыҡ йотлоғоп тыңлай. Ә башҡарған һәр роле тамашасы хәтерендә уйылып ҡала. Уның ғәжәйеп бер оҫталыҡ менән ижад иткән һәр образы — спектаклдең йәне, рухы, биҙәге. Мирхәйҙәр Фәйзинең “Ғәлиәбаныу” спектаклендә — Ғәлиәбаныу, Ғәҙел Ҡотойҙоң "Тапшыралмаған хаттар"ында — Ғәлиә … Тағы ла әллә күпме спектаклдәрҙә Гөлли Арыҫлан ҡыҙының сәхнәгә сығарған ролдәре уның ата-әсәһенә лайыҡлы алмаш һәм вариҫ икәнлеген раҫлай. СССР-ҙың, Рәсәйҙең халыҡ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Өфөнөң почетлы гражданы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Салауат Юлаев премияһы лауреаты, урта быуын һәм йәш актерҙарға өлгө, ә халыҡтың яратҡан актрисаһы. Осрашыуҙа тамашасыһы уны бөтә ябайлығында күрҙе. Һөйләшә-һөйләшә һүҙҙәре бөтмәне. Шәхси тормошона, яҙмышына, ҡайһы бер ваҡиғаларға ҡарата ҡарашына бәйле һорауҙарын яуҙырҙы, һоҡланыу һүҙҙәрен еткерҙе.Гөлли Арыҫлан ҡыҙы әле һаман тамашасыларҙы үҙенең ролдәре менән һөйөндөрә. Уның башҡарыуындағы «АҠ ПАРОХОД» спектаклендә Ҡарсыҡ роле, «ЯҢҒЫҘҘАР ТАШЫ» нда Ғилминур, «ҠАҺЫМ ТҮРӘ» ләге Әсә образдарын зал яратып ҡаршылай һәм 9 декабрҙә үтәсәк уның юбилей кисәһен көтөп ҡала.