Ҡаҙҙы 40 өлөшкә бүлеү сере

Тулыраҡ: Ҡаҙҙы 40 өлөшкә бүлеү сере

Беҙҙең каналда көн һайын иртәнге туғыҙ сәғәттә “Хәйерле иртә, республика!” тапшырыуы тура эфирҙа сыға. Иртәгә алып барыусылар — Фирҙәт Ғәлиев һәм Ләйсән Тимербулатова студияла милли ризыҡтарыбыҙ-ҡаҙ һәм ҡаҙы тураһында татлы тапшырыу әҙерләй. Тапшырыу ҡунаҡтары ҡаҙыны ҡаҡлау, ыҫлау алымдарын өйрәтһә, Федоровка районы Ағинәйҙәре ҡаҙҙы 40 өлөшкә бүлеү серҙәре менән уртаҡлашыр, онотолоп барған йолалар тураһында һөйләр һәм яңы йылға уй-ниәттәре менән бүлешер.