Форум сиктәрендә Өфөлә Федор Шаляпин музейы асылып, Евразияның күсмә цивилизацияһы музейына уникаль ҡомартҡы тапшырыла. Ошо турала дүшәмбе кәңәшмәһендә Радий Хәбиров белдерҙе. Хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин әҙерләгән сюжетта. Ил хөкүмәтендәге үҙгәрештәр, уның яңы составы Башҡортостан өсөн үтә ҡулайлы. Сөнки, Рәсәй Министрҙар кабинетында быға тиклем эшләгән министрҙар менән республика тығыҙ мөнәсәбәттәр булдыра алды. Радий Хәбиров федераль хөкүмәттең яңы составына ошондай баһа бирә.Башҡортостан министрҙарына иһә Радий Хәбировтың айырым иҫкәртеүе бар. Республика башлығы миҫалға экс-министр Борис Клебановты килтерҙе. Транспорт һәм юл хужалығы ведомствоһы етәксеһе ришүәтселектә ғәйепләнеп, һаҡ аҫтына алынғайны. Башҡортостан Хөкүмәтендә хәҙер министр ҡатын-ҡыҙҙар һаны арта. Бөгөндән, йәғни, шишәмбенән республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм тармағы эше өсөн Ҡыйғы районы хакимиәтенә 4 йыл етәкселек иткән Зөһрә Гордиенко яуаплы. Башҡортостан ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙер булырға тейеш. Был Салауатта, пилотһыҙ осоу ҡоролмаһының завод биләмәһенә һөжүм итеүе. Был — айырым мәсьәлә. Икенсеһе — һауа торошоноң ҡатмарлығы. Ҡойма ямғырҙар, ҡырау төшөүҙән республикала 13 мең гектар иген культуралары юҡҡа сыҡҡан. Вице-премьер Илшат Фазрахманов был юғалтыуҙарҙың күп түгел икәнлегенә ышандыра. Ғәҙәттән тыш хәлдәр, уның ҡорбандары һанын кәметеү өсөн тейешле саралар ҙа бар кеүек. Тик уның һөҙөмтәһе генә ҡыуандырмай. Радий Хәбиров ошо йәһәттән яңы пилот программаһы тәҡдим итә. Ул янғын сығыу тураһындағы джи пи эс адреслы иҫкәртмә ҡоролмаһын урынлаштырыу. Проект Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы идаралығы тәҡдименә нигеҙленә. Пилот программаһы тотош республика түгел, ә тәүҙә айырым бер районда һынау үтәсәк. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеүгә айырым иғтибар бирелде дүшәмбе кәңәшмәһендә. Шуныһы ғына ҡыуандыра – ташҡын мәлендә Башҡортостандың гидротехник ҡоролмалары, ә уларҙың һаны республикала бөгөн ярты меңгә яҡын, ҙур һыу мәлендә емерелмәгән. Иғтибарҙа булған йәнә бер проект – “Алға” айырым зонаһы. Тап уның республиканың иҡтисади флагманы булыуына ышаныс ҙур. Тик инвесторҙар, эшҡыуарҙарҙы етештерелгән тауар ташыу өсөн юлдар булыуы ла ҡыҙыҡһындыра. Һуңғыһы үтә әһәмиәтле. Мәҫәлән, Сибай-Аҡъяр юлы. Трассаны ремонтлау киләһе йылда тамамланырға тейеш. Май аҙағында Өфөгә Рәсәй һәм БДБ илдәренең 233 нәшриәте вәкилдәре “Китап байрамында” ҡатнашырға киләсәк. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова әйтеүенсә, быйылғы форум ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Китап байрамы рәсми сара ғына түгел, ул китап уҡыусылар һанын арттырыуға булышлыҡ итергә тейеш. Маҡсат ошонан ғибәрәт. Радий Хәбиров билдәләүенсә, өсөнсө июндә, республика район-ҡалалары хакмиәттәре башлыҡтары менән айырым кәңәшмә көтөлә.
Башҡортостан “Китап байрамына” әҙерләнә
Башҡортостан “Китап байрамына” әҙерләнә