Өфөлә Валдай халыҡ-ара дискуссия клубының дүртенсе Үҙәк Азия конференцияһы уҙасаҡ. Рәсәй һәм Үҙәк Азия: үҙгәреүсән донъяла үҫеш һәм хәүефһеҙлек" тип алынды быйылғы конференцияның темаһы. Сараның төп өлөшө бөгөн башлана. Ҡунаҡтар менән хәбәрсебеҙ Альбина Зәйнетдинова осрашты.Өфө Валдай халыҡ-ара дискуссия клубы вәкилдәрен ҡаршыланы. Дүртенсе Үҙәк Азия конференцияһы тап башҡалабыҙҙа үтәсәк. Был сара йыл һайын Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә үткәрелә. Дүртенсе конференцияны Өфөлә ойоштороу осраҡлы түгел, ти Валдай клубы вәкилдәре. Баш ҡалаға конференцияла ҡатнашыу өсөн Рәсәй, Һиндостан, Ҡаҙағстан, Ҡытай, Ҡырғыҙстан, Тажикстан һәм Үзбәкстандан 60-тан ашыу эксперт саҡырылған. Ҡунаҡтарҙы башта республиканың идара итеү үҙәге менән таныштырҙылар. Башҡортостан — халыҡ мөрәжәғәттәре буйынса оператив эш итеү һәм аналитика үткәреү буйынса ыңғай тәжрибәне тормошҡа ашырған пилот төбәктәрҙең береһе. Үҙәк төрлө өлкәләрҙәге мәсьәләләрҙе оператив хәл итеү өсөн ҡулланыла. Был тәжрибә сит төбәктәрҙә ҡыҙыҡһыныу уята. Артабан конференция делегаттары генерал-майор, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәленә сәскәләр һалды. Көн дауамында ҡунаҡтар археология һәм этнография музейын барып күрҙе, донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге эшмәкәрлеге менән дә таныша алды. Конференцияның төп өлөшөндә фекерләшер темалар байтаҡ. Рәсәй һәм Үҙәк Азия төбәктең дөйөм системаһында: ике яҡлы һәм күп яҡлы аспекттары, Именлек һәм экстремизм: Үҙәк Евразияла тотороҡлоҡҡа һәм үҫешкә комплекслы саҡырыуҙар. Шулай уҡ көн тәртибенә Сауҙа,миграция,экология мәсьәләләре лә сығарылған.
Өфөлә “Валдай” клубының дүртенсе Үҙәк Азия конференцияһы уҙасаҡ
Өфөлә “Валдай” клубының дүртенсе Үҙәк Азия конференцияһы уҙасаҡ