Ҡотҡарыусыларҙың ваҡытлыса постары үҙ эшен тамамланы

Ҡотҡарыусыларҙың ваҡытлыса постары үҙ эшен тамамланы

Башҡортостанда тау йылғаларының ҡурҡыныс өлөштәрендә ҡотҡарыусыларҙың ваҡытлыса постары үҙ эшен тамамланы. Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов хәбәр итте. 26-сы апрелдән ҡотҡарыусылар тау йылғаларында дежур ойошторғайны. Ошо осорҙа һыу маршруттары буйлап 2 мең 242 турист ағып төшкән. Уларҙың 54-е балалар. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре Инйәр, Һаҡмар, Ләмәҙ һәм Еҙем йылғаларында экстремаль ял яратыусыларҙың именлеген тәьмин иткән.