Экстремизм менән көрәш - төп маҡсаттарҙың береһе

Экстремизм менән көрәш - төп маҡсаттарҙың береһе

Шулай уҡ беҙҙең дәүләттәр һатыулашыуҙы арттырырға һәм инвестиция өлкәһендә күләмле проекттарҙы күпләп тормошҡа ашырырға тейеш. Өфө ҡабул иткән Валдай клубының Халыҡ-ара Конференцияһында ошо һәм башҡа мәсьәләләр күтәрелә. Сараның беренсе һәм икенсе көнө тураһында хәбәрсебеҙ Закир Шәрипов репортажы. Үҙәк Азия алдында торған халыҡ-ара мөнәсәбәттәр һәм бурыстарҙы баһалау өсөн Валдай клубының конференцияһы — иң мөһим майҙансыҡ булып тора. Ғәҙәттәгесә ул белгестәр араһында бәйләнештәрҙе нығытыу өсөн Рәсәй төбәктәрендә уҙғарыла. Былтыр Томск ҡалаһында ойошторолһа, быйыл Өфө һайланған һәм халыҡ-ара фекер алышыу майҙансығы итеп юҡҡа түгел. Республика – Үҙәк Азия төбәктәренә география яғынан ғына түгел, мәҙәни, иҡтисади яҡтан да яҡын. Был дәүләттәр Рәсәй һәм Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек иткән иң ҙур партнерҙар. Валдай клубы конференцияһында ҡатнашыусыларҙы Рәсәй сит ил эштәре министры урынбаҫары Михаил Галузин сәләмләне. Ул Үҙәк Азия дәүләттәре Көнбайыш менән яҡынлашыу һәм беҙгә ҡарата санкцияларға ҡушылыу ниндәй хәүеф тыуҙырғанын яҡшы аңлайҙыр тип белдерҙе. Ведомство етәксеһе урынбаҫары миграция өлкәһендә булған етешһеҙлектәр өҫтөндә эшләүҙе лә һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Өфө бөтә өлкәлә лә мөһим ҡала булып тора. Ул үҙенсәлекле биләмә, тигән белдереү яһаны “Валдай” Халыҡ-ара кәңәшләшеү клубын үҫтереү һәм ярҙам итеү Фонды Советы рәйесе Андрей Быстрицкий. Ғинуар-февраль айҙарында Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше 17 ярым процентҡа, экспорт күләме 13 процентҡа артҡан. Әле донъяның 100 иле менән тығыҙ бәйләнештәр булдырылған. Белорусия, Төркиә, Ҡазағстан, Үзбәкстан, Ҡытайҙа вәкиллектәр уңышлы эшләй. Экспортерҙарға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелә. Төбәк предприятиеларына сит илгә тауар ташыуға киткән сығымдар өлөшләтә кире ҡайтарыла. Баш ҡалаға конференцияла ҡатнашыу өсөн Рәсәй, Һиндостан, Ҡаҙағстан, Ҡытай, Ҡырғыҙстан, Тажикстан һәм Үзбәкстандан 60-тан ашыу эксперт килгән. Ҡунаҡтарҙы республиканың идара итеү үҙәге менән дә таныштырҙылар. Башҡортостан — халыҡ мөрәжәғәттәре буйынса тиҙ арала эш итеү һәм аналитика үткәреү буйынса ыңғай тәжрибәне тормошҡа ашырған тәүге төбәк. Үҙәк төрлө өлкәләрҙәге мәсьәләләрҙе оператив хәл итеү өсөн ҡулланыла. Был тәжрибә сит ил вәкилдәрендә ҡыҙыҡһыныу уята. Конференция делегаттары генерал-майор, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәленә сәскәләр һалды. Ҡунаҡтар археология һәм этнография музейын барып күрҙе, донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге эшмәкәрлеге менән дә таныша алды. Эксперттар Рәсәй һәм Үҙәк Азия илдәренең хеҙмәттәшлек итеү йүнәлештәрен аныҡлай. Бында экстремизм менән көрәш, сауҙа һәм миграция сәйәсәте үҫеше, экология һәм тирә-яҡ мөхит тураһында һүҙ бара. Беҙҙең ил өсөн был йүнәлештәр айырым иғтибарға лайыҡ. Рәсәй Арал алды биләмәһендә экология мәсьәләһе буйынса ярҙам итә. Үҙәк Азия дәүләттәрендә инвестиция һәм сауҙа күләмен арттыра. Был дәүләттәр беҙгә ҡарата санкциялар индерелгән осорҙа инвестициялар өсөн ҡыҙыҡлы майҙансыҡҡа әйләнә. Конференция бөгөн дә дауам итә. Программала 4 сессия һәм бер асыҡ фекер алышыу ҡаралған.