Республика башлығы Радий Хәбиров власть һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәренә, төбәк биләмәһендә зыян күргән граждандарҙың хоҡуҡтарын тергеҙеүҙә әүҙем ҡатнашҡан төҙөүселәргә республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Республикала 2017 йылдан алып намыҫһыҙ төҙөүселәрҙән 15 меңгә яҡын кеше зыян күргән. Ошо йылдарҙа ғәйәт ҙур эш башҡарылып күптәрҙең проблемалңһы хәл ителде, тине Радий Хәбиров. Республика башлығы алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын тергеҙеү буйынса эш ил президенты ҡушыуы буйынса алып барылғанын билдәләне. Шулай уҡ төбәк етәксеһе республикала зыян күргән граждандарҙың хоҡуҡтарын тергеҙеүҙә хоҡуҡ хаҡлау органдары, йәмәғәт институттары, кеше хоҡуҡтары буйынса совет, алданған өлөшсөләрҙең йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренең эшен юғары баһаланы.
Алданған өлөшсөләр хоҡуҡтарын тергеҙеүгә үҙ өлөшөн индереүселәр
Алданған өлөшсөләр хоҡуҡтарын тергеҙеүгә үҙ өлөшөн индереүселәр