Иглиндә «Йондоҙло» биҫтәһендә йыл аҙағына 1200-ҙән ашыу уҡыусыға иҫәпләнгән яңы мәктәп үҙ ишектәрен асыр, тип көтөлә. Майҙаны 18 мең квадрат метрҙан ашыу белем усағы төҙөлөшөн хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтовала барып күрҙе. Яңы мәктәптең тамаша залында эш ҡоралдарының яңғырауы тиҙҙән балалар һәм музыка тауышына алышынасаҡ. Мәктәптә 700 квадрат метр майҙанлы заманса йыһазландырылған тамаша залы бар, уның стеналары тауыш изоляцияһы панельдары менән көпләнгән. Ауыл өсөн күптән көтөлгән мәктәпте төҙөү былтыр март айында башланғайны. Объект әле 80 процентҡа әҙер, ти подрядсы ойошма етәксеһе. Эске эштәрҙән тыш, эргә-тирәләге биләмәне төҙөкләндереү ҙә әүҙем алып барыла. Тиҙҙән бындағы стадионда баскетбол, волейбол, бадминтон һәм спорттың башҡа төрҙәре менән шөғөлләнеү өсөн 10 майҙансыҡ барлыҡҡа киләсәк. Ҙур мәктәптең асылыуын Иглин халҡы түҙемһеҙлек менән көтә. Белем биреү усаҡтарында кластар һаны алфавит уртаһына тиклем барып етә. 3 меңдән ашыу бала икенсе сменала уҡый. Яңы асыласаҡ мәктәптә балаларҙың именлегенә ҙур иғтибар биреләсәк. Район хәкимиәтендә хатта уҡыусылар йөрөйәсәк тротуарҙар буйлап кәртәләр ҡуйырға уйлайҙар, М-5 трассаһынан мәктәпкә тиклем уңайлы юл планы ла әҙерләнә. Яңы мәктәп йыл аҙағында үҙ ишектәрен асыр, тип көтөлә.
Иглинда яңы мәктәп төҙөлә
Иглинда яңы мәктәп төҙөлә