Йәшәү өсөн хәүефле торлаҡ

Йәшәү өсөн хәүефле торлаҡ

Өфөлә Инорс биҫтәһендә урынлашҡан күп фатирлы йортта йәшәүселәр авария хәлендәге торлаҡтан күсеү хоҡуғын суд аша яҡламаҡсы. Фурманов урамында урынлашҡан йорттар Бөйөк Ватан һуғышына тиклем төҙөлгән һәм әле унда йәшәү ғүмер өсөн хәүефле, ти урындағы халыҡ. Хәлгә хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина асыҡлыө индерергә тырышты. Ҡойолоп торған иҫке штукатурка аша бүрәнәләрҙе күренеп тора. 1935-сы йылда тап шул бүрәнәләрҙән төҙөлә лә инде был йорт. Әгәр ҙә уны яҡын арала һүтмәһәләр, ул үҙе емерелеп төшәсәк, ти бында йәшәүселәр. Кешеләр, төртһәң емереләргә, үтәнән-тә ел иҫкән бүлмәләрҙә йәшәргә мәжбүр Торлаҡты төҙөкләндереүҙең файҙаһы юҡ. Йорт уйһыулыҡта урынлашҡан. Шунлыҡтан ямғыр һыуҙары уның аҫтына йыйыла. Йортта 15 фатир урынлашҡан, уның өстән ике өлөшө генә буш түгел. Быға ҡарамаҫтан, буш фатирҙарҙа ла тормош ҡайнай. Тараҡандар һәм кимереүсе йәнлектәр күршеләренә йыш ҡына ҡунаҡҡа йөрөй. 90-сы йылдар башында авария хәлендәге торлаҡта йәшәүселәрҙе күсереү һорауы бер күтәрелгән дә булған. Калинин районы суды ҡарарына ярашлы, 2023-сө йылдың аҙағына йорт бушатылырға тейеш булған. Тик ҡала хакимиәте торлаҡ фондынан ваҡытлыса йәшәү урыны менән ҡулланыу хоҡуғын ғына тәҡдим иткән. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, авария хәлендәге торлаҡ йортта йәшәүселәрҙе күсереү бер адреслы программаға ла индерелмәгән.