Бөгөн Өфө-Ырымбур юлындағы ҡот осҡос авария сәбәптәре билдәле булды

Тулыраҡ: Бөгөн Өфө-Ырымбур юлындағы ҡот осҡос авария сәбәптәре билдәле булды

Бөгөн Өфө-Ырымбур юлындағы ҡот осҡос авария сәбәптәре билдәле булды.

Юл инспекторҙары хәбәр итеүенсә, Стәрлетамаҡтан 37 йәшлек “Рено Логан” водителе идараны юғалтып “Киа” автомобиленә бәрелә. “Рено” әйләнеп ҡаршы яҡтан килеүсе “Лада Ларгусҡа” бәрелә. “Лада Ларгустың” 78 йәшлек пассажиры урында уҡ һәләк була. Тиҙ ярҙам машинаһы “Рено” водителен һәм уның пассажирын дауаханаға алып барып өлгөрә. Әммә кисен улар ҙа вафат була. Әле табиптар 33 йәшлек ҡатын һәм 9 йәшлек малайҙың ғүмере өсөн көрәшә.