Өфөләге фехтование үҙәге быйыл көҙ асыла

Өфөләге фехтование үҙәге быйыл көҙ асыла

Ул баш ҡаланың 450 йыллығына арналған ҙур объекттарҙың береһе. 6 мең квадрат метрҙы биләйәсәк спорт һарайы Затон биҫтәһе һәм Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге янында урынлаша. Төҙөлөш барышы менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров танышты.Фехтование үҙәген төҙөүгә старт 2022 йылдың декабрендә бирелде. Беренсе нигеҙ ташын Радий Хәбиров үҙе һалды. Хәҙер инде төҙөлөп ятҡан объектҡа ҡарап, фехтование үҙәгенең киләсәктә ниндәй формала икәнен төҫмөрләп була. Төҙөүселәр монолит эштәрен тамамлаған. Бинаның диуары йылытыла һәм үтә күренмәле быяла ҡуйыла. Фехтование спортының рапира төрө буйынса олимпия чемпионы, ике тапҡыр донъя һәм Европа чемпионы Аделина Заһиҙуллина төҙөлөш барышын күҙәтеп бара. Ҡайҙа, нимә һәм ни өсөн унда урынлашҡанын спортсы яҡшы белә. Әйткәндәй, фехтование йортонда бер нисә сауна, хамам, купель, ҡаршы ағымлы бассейн да эшләйәсәк. Әммә улар беҙгә зиннәтләнеп ултырыу өсөн түгел, ти чемпион.Бинаны йылытыу өсөн янында ҡаҙанлыҡ урынлашҡан. Ул 99 процентҡа әҙер. Тимәк, тиҙҙән үҙәккә йыллылыҡ биреләсәк, ә был биҙәү эштәрен тулы ҡеүәттә алып барырға мөмкинлек бирә. Бер юлы 450-ләп кешене хеҙмәтләндереүгә, шул иҫәптән 370-тән ашыу тамашасыға иҫәпләнгән спорт йортон төҙөү графиктан алда бара. Төҙөүселәр әле фасад һәм ағартып-буяу эштәренә тотонған. Бында фехтование өсөн 8 юл буласаҡ. Фехтование үҙәген сентябргә асырға планлаштыралар. Тап ошо ваҡытта Өфө “Рәсәй – спорт державаһы” тип аталған халыҡ-ара форумды ҡабул итә. Ә декабрҙә бында фехтование буйынса беренсе ҙур ярыштар үтәсәк.Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, был майҙансыҡта республиканың спорт кластеры булдырыла. Шуға күрә лә фехтование үҙәге янында еңел атлетика менән шөғөлләнеүселәр өсөн ябыҡ манеж төҙөү планлаштырыла. Яндарында ғына Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге урынлашҡан һәм яңы-яңы йорттар ҡалҡып сыға.