Башҡортостанда табиптар уҡытыусыларҙан 1 ярым тапҡырға күберәк эш хаҡы ала икән.
Статистика хеҙмәте йылдың 9 ай һөҙөмтәләре буйынса яңы мәғлүмәттәрҙе баҫтырып сығарҙы. Уға ярашлы мөғәллимдәрҙең уртаса хеҙмәт хаҡы 25 мең һумға тиң, шул иҫәптән мәктәп уҡытыусылары 25 мең 700, өҫтәмә белем биреү хеҙмәткәрҙәре 22, юғарыу уҡыу йорто уҡытыусылары 43 мең ярым тирәһе эш хаҡы ала. Ә бына табиптарҙың айлыҡ килеме 42 мең һумдан ашыу, ә кесе мед персонал 14 мең 600 һумға эшләй. Уртаса статистикала иң түбән эш хаҡы алыусылар — социаль хеҙмәткәрҙәр һәм мәҙәниәт тармағы белгестәре булып сыҡты, уларға айына16-17 мең түләйҙәр.