“Өфө” халыҡ-ара аэропортында үҙгәрештәр

“Өфө” халыҡ-ара аэропортында үҙгәрештәр

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мостай Кәрим исемендәге “Өфө” халыҡ-ара аэропортындағы үҙгәрештәр менән танышты һәм аэропорт хеҙмәткәрҙәрен бүләкләне. Тулыраҡ Гөлфиә Мәҡсүтова сюжетында.Флүрә Исмәғилева аэропортта 25 йылдан ашыу эшләй. Быйыл хаҡлы ялға сығырға йыйына. Юғары һөнәри оҫталығы һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Республика башлығы Радий Хәбиров уға почет грамотаһы тапшырҙы.Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров “Өфө” халыҡ-ара аэропортының 10 хеҙмәткәрҙәрен бңләкләне, предприятиеның үҫеше менән танышты. Быйыл “Рәсәйҙең һауа ҡапҡалары” милли премияһы йомғаҡтары буйынса “Өфө халыҡ-ара аэропорты” йылдың “Иң яҡшы инвестиция” проекты номинацияһында почетлы наградаға лайыҡ булды.«Өфө» аэропортында яңыраҡ ике терминалды тоташтырыусы махсус япма төҙөү тамамланды. Ул пассажирҙарға уңайлы булһын өсөн эшләнгән. Конструкция эске авиалиниялар терминалының үткәреү һәләтен сәғәтенә мең ярым кешегә тиклем арттырырға мөмкинлек бирә. Радий Хабиров эске һәм халыҡ-ара һауа линиялары терминалдарын берләштереү һәм теркәү зонаһын киңәйтеү буйынса проект, 2030 йылға тиклем Өфөнөң һауа ҡапҡаларын стратегик үҫеш проекты менән танышты. Рәсәй президентының 2024 йылғы мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыу йәһәтенән аэропортта пассажирҙар ташыуҙы 7 миллион 200 мең кешегә тиклем еткерергә уйлайҙар.