“Патриот” паркында яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылды

“Патриот” паркында яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылды

Чишмә районында урынлашҡан “Патриот” паркында яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы үҙ ишектәрен асты. Сарала республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина сюжеты. Башҡортостанда спорт объекттарының һаны көндән-көн тиерлек арта. Былтыр апрель айында “Патриот» паркында яңы физкультура-сәләмәтләндереү комплексы төҙөү башлағайны. Бында «Авангард” уҡыу-методик үҙәге йыйындары сиктәрендә төрлө физик әҙерлек һәм спорт-ял саралары үткәрелеүе күҙаллана. Бинаның дөйөм майҙаны 1 мең 404 квадрат метр, бында уҡыу-күнекмә дәрестәре өсөн зал, ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егеттәр өсөн кейенеп сисенеү бүлмәләре, тренажёр залы, душ һәм ял бүлмәләре урынлашҡан. Радий Хәбиров белдереүенсә, парк биләмәһендә төҙөләсәк яңы биналарҙы проектлау эше башланасаҡ. Физкультура-сәләмәтләндереү комплексында республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән килгән йәш спортсылар шөғөлләнә башланы. Шулай уҡ хәрби-патриотик паркта “Мин – киләсәк уҡытыусыһы” тигән слёт сиктәрендә республика башлығы буласаҡ уҡытыусылар менән осрашты. Радий Фәрит улы студенттар менән аралашты. Йәштәр республика башлығына заман уҡытыусыһына ниндәй төп сифаттар хас булырға тейеш, нисек итеп уҡытыусыларҙы өҫтәмә йөкләмәләрҙән бушатырға, педагогик эшмәкәрлек сиктәрендәге яһалма интеллект тураһында һорауҙар бирҙе. Заман йәштәре нимә менән йәшәй? Нимә менән шөғөлләнә? Уларҙы нимә ҡыҙыҡһындыра? Бының менән студенттар үҙҙәре бүлеште. Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух, ти халыҡ. Йәштәр бөгөндән үҙенең сәләмәтлеген нығыта икән, тимәк йәмғиәтебеҙҙең киләсәге лә ныҡ буласаҡ.