Апрелдәге 30 градуслыҡ эҫеләрҙән һуң майҙың тәүге көндәрендә ҡар яуып ебәреүе күптәребеҙ өсөн көтөлмәгән хәл булды. Урыны менән төнгө һауа температураһы хатта 7 градусҡа тиклем һыуынды. Баҡсаларҙа үҫентеләр өшөй, сәселгән картуфтар туңа, тип борсолдо баҡсасылар һәм уларҙы һаҡлау юлдарын барланы. Белгестәр кәңәштәре менән ярҙам итергә ашыҡты. Ләйсән Тимербулатова дауам итә.Грек сәтләүеге япраҡ ярырға ашыҡмай икән, һалҡындар көтөлә, тип уртаҡлаша тәжрибәле белгес Ирина Китаева. Тап уға ҡарап баҡсасы ниндәй үҫемлектәрҙе тышҡа ултыртырға, ҡайһыларын һаҡларға икәнен белә. Артабан синоптиктар фараздарына таянырға ғына ҡала. Май ҡырауҙарын, ел-ҡарҙарын уның баҡсаһы юғалтыуҙарһыҙ тиерлек үткәргән. Айыу баланы суғым-суғым емештәргә тулышҡан, алмағастары шау сәскәгә күмелгән.Ҡарағат, крыжовниктары ла быйыл мул емеш бирә. Ирина һәр кис һайын һыу ҡойондороп, төтәҫләп сыҡҡан уларҙы. Ә өшөгән өлөштәрен баҡсасы иғтибарһыҙ ҡалдырмай, дауалап, туҡландырырға кәрәк ти.Виноград ҡына өшөп өлгөргән, шулай ҙа уның запас бөрөләре уянып, яңынан шытырға йыйына. Ә картуф быйыл булырмы, әллә туңдымы икән, тип күптәр уйға ҡалды һәм иртәрәк сәсеүенә үкенде. Ауыл хужалығы белгестәре был юҫыҡта ыңғай фараздар бирә.Ә кемдәр картуф сәсеп өлгөрмәгән, уларға киләһе кәңәш.Сәсеүгә әҙерләнгән картуфтарҙы ошо шыйыҡса менән эшкәртергә генә ҡала. Ул ҡоротҡостарҙан, сирҙәрҙән һаҡлай һәм йәшелсәнең иммунитетын күтәрә. Көндәр йылына башланы, тип баҡсасыларға тынысланырға иртәрәк әле. Төнгө һауа температураһы даими рәүештә 13-15 градус йылы торғанда ғына үҫемлектәргә өшөү хәүефе янамай башлай. Ә әлегә газон, ағастар, ҡыуаҡтарҙы формалау өсөн ҡырҡмаҫҡа, ҡый үләндәрен утамаҫҡа, химикаттар менән эшкәртмәй торорға. Баҡса белгестәренән тағы ла бер кәңәш – һауа температураһы 18 градустан йылынһа үҫемлектәрҙе яҡшылап ашларға.
2024 йылдың һалҡын майы
2024 йылдың һалҡын майы