Быйыл баш ҡалала 20-гән боҙ ҡаласығы төҙөлә. Ошо көндәрҙә йылға-күлдәрҙә боҙ бысып, уларҙы ҡала майҙансыҡтарына оҙата башланылар. Белгестәр быйыл боҙ яҡшы сифатта, тип белдерә. Ә рәссамдар иһә балалар өсөн төрлө әкиәт һындарын эшләргә әҙерләнә. Быйыл һыуыҡтар булыу сәбәпле, Ҡашҡаҙан паркындағы күл яҡшы туңды. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшселәре билдәләүенсә, боҙҙоң ҡалынлығы сама менән 27 сантиметр. Улар оҙонлоғо ике һәм киңлеге бер метр боҙ киҫәген һыуҙан һөйрәтеп ярға ташый һәм һаҡсыл ғына йөк машиналарына тейәй. Артабан боҙ ҡаласыҡтарына оҙаталар. Эшселәр Октябрь районындағы өс майҙансыҡты боҙ менән тәьмин итер өсөн 1 мең кубометрҙан ашыу боҙ бысып сығара. Быға тиклем Яңы йыл ҡаласыҡтары өсөн боҙ мәсьәләһе ауыр торҙо. Сөнки, йылға-күлдәр яҡшылап туңманы, йә ҡар булманы. Шуға боҙҙо алыҫ арауыҡтан ташынылар. Быйыл иһә боҙ киҫәктәре ҡалын һәм таҙа. Уларҙың ҡайһы берҙәрендә хатта тәбиғи композициялар бар. Рәссамдар ҙа Өфө халҡын һәм ҡунаҡтарын матур һындар һәм һүрәттәр менән ҡыуандырмаҡсы. Быйыл төп шыршы ғәҙәттәгесә Өфө ҡала хакимиәте алдында түгел, ә Конгрес-холл бинаһы аҫтында, Ватан этнопаркында урынлаша. Бында ла төрлө әкиәт геройҙары һәм әлбиттә төп персонаж Әтәс урын аласаҡ.Өфөлә урынлашҡан барлыҡ боҙ ҡаласыҡтары декабрҙең 20-нә әҙер буласаҡ. Әйткәндәй, балалар өсөн атракциондар алдараҡ эшләй башлаясаҡ, ти ойоштороусылар. Ҡала хакимиәте боҙҙан эшләнгән композицияларҙы һаҡсыл ҡулланырға саҡыра.
Өфөлә Яңы йылға етди әҙерлек бара
Тулыраҡ: Өфөлә Яңы йылға етди әҙерлек бара