Ошо турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Тирмәнән-тирмәгә саҡырып, түргә түрәләрҙе ултыртыу урынына ер кешеһенә иғтибар кәрәк. Дүшәмбе кәңәшмәһендә ҡаралған башҡа мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин. Өфөлә йәнә бер спорт комплексына нигеҙ һалына. Фехтование һарайы янында физик культура өсөн тағы бина төҙөү ниәте бар. Әгәр проект бойомға ашырыла ҡалһа, биләмәне тотош бер спорт кластеры тип атарға мөмкинлек буласаҡ. Үҙгәрештәр бының менән тамамланмай. Яңылыҡтарҙың береһе сәләмәт тормошҡа ҡағыла. Мәҫәлән, Башҡортостанда 24-се майҙа, һабантуй көндәрендә спиртлы эсемлектәр һатыу ҡәтғи тыйыла. Һуңғыһына килгәндә, Башҡортостан башлығы быйылдан һабантуйҙар форматын үҙгәртеү кәрәклеген әйтә. Уның үҙ һәм етди сәбәптәре бар. Радий Хәбиров ҡунаҡ һыйлауҙы сикләү кәрәклеген иҫкәртә. Май менән июндә Башҡортостандың мәҙәни тормошонда ике ҡыуаныслы ваҡиға көтөлә. 24-се майҙа Өфөлә Федор Шаляпин музейы эш башлаһа, июндең 16-сы көнөндә Салауат районында “Салауат ере” паркы тәүге сәхәйәтселәрҙе ҡабул итә. Хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев әйтеүенсә, комплекс ваҡытына сафҡа индерелә. Бының өсөн юлдар ҙа тәртипкә килтерелә. Тик юлдар мәсьәләһе Малаяҙға ғына ҡағылмай. Радий Хәбиров “Сибай-Аҡъяр” трассаһының бөгөнгө хәлен күҙ уңынан ысҡындырмай. Тап шишәмбелә, йәғни, бөгөн ошо магистраль “Транспорт сәғәтендә” ҡаралырға тейеш. Транспорт, дөрөҫөрәге, уны тәбиғи яғыулыҡҡа күсереү мәсьәләһе һаман да иғтибар үҙәгендә. Ҡыҙғанысҡа, күрһәткестәр ыңғай яҡҡа үҙгәрмәй. Машиналарға газ ҡоролмаларын урынаштырыу 11 процентҡа тиклем кәмегән. Быйыл ошо проектты бойомға ашырыу өсөн 468 миллион һум аҡса бүленергә тейеш. Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Александр Шельдяев әйтеүенсә, һандарҙың түбән тәгәрәүе эштәрҙең тейешле кимәлдә алып барылмауын раҫлай. Дүшәмбе кәңәшмәһендә ҡаралған йәнә бер актуаль проблема тураһында айырым әйтергә кәрәк. Ул республика дауаханаларын урта медицина персоналы менән тәьмин итеү. Клиникаларҙың байтағы шәфҡәт туташтары, фельдшерҙарға ҡытлыҡ кисерә. Быйыл колледждарҙы меңдән ашыу йәш белгес тамамларға тейеш. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һүҙҙәренә ҡарағанда, улар менән килешеү төҙөү юлдары ҡарала. Урта медицина персоналын йәлеп итеүгә райондар төрлө саралар күрә. Айырым берәмектәр фельдшерҙарға йорт тәҡдим итһә, икенселәре фатирҙар бүлергә тырыша. Әммә, һөҙөмтә төрлөсә. Дүшәмбе кәңәшмәһендә белем биреү өлкәһенә бәйле мәғлүмәттәр иғлан ителде. Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһен быйыл Стәрлетамаҡ ҡаршылай. Республиканың ҙурлығы буйынса икенсе ҡалаһында форумға әҙерлекте бөгөндән башлаған.
Һабантуй дәрәжәле ҡунаҡтар түгел, ә ауыр ерендә эшләүселәр өсөн
Һабантуй дәрәжәле ҡунаҡтар түгел, ә ауыр ерендә эшләүселәр өсөн