Остазлыҡтың һөҙөмтәле тәжрибәһе

Остазлыҡтың һөҙөмтәле тәжрибәһе

Өфөнөң күп профилле һөнәри колледжы нигеҙендә «Башҡортостандың мәғариф ойошмаларында остазлыҡтың һөҙөмтәле тәжрибәһе» конкурсының еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһы үтте. Бәйгелә республиканан төрлө белем биреү программаларын уңышлы тормошҡа ашырған тәжрибәле педагогтар ҡатнашты. Туларыҡ Альбина Зәйнетдинова сюжетында.«Башҡортостандың мәғариф ойошмаларында остазлыҡтың һөҙөмтәле тәжрибәһе» конкурсы республикала өсөнсө тапҡыр үткәрелә. Төп маҡсат  — белем биреү ойошмаларында остазлыҡтың һөҙөмтәле тәжрибәһен асыҡлау һәм таратыу, тәжрибәле остаздарҙың абруйын күтәреү. Педагогтар 3 номаниция буйынса баһаланды. Конкурс ике этапта үтте. 140 педагог араһынан иң-иңдәр генә еңеүселәр рәтенә сыға алды. Бәйгенең Абсолют еңеүсеһе итеп Дүртөйлө лицейының математика уҡытыусыһы Эльвира Нуртдинова билдәләнде. Башҡортостан уҡытыусыһы журналы коллегияһы ла баҫманың әүҙем авторына махсус бүләк әҙерләгәйне. Өфөнөң күп профилле һөнәри колледжында уҡытыусыларҙың оҫталығын өҙлөкһөҙ үҫтереү үҙәген ойоштороу остазлыҡты үҫтереү ғәмәлен тормошҡа ашырыу мөмкинлеге бирҙе, ти ойоштороусылар.Башҡортостандың мәғариф ойошмаларында остазлыҡтың һөҙөмтәле тәжрибәһе» конкурсының әһәмиәтен юғары һәм киләсәге лә яҡты. Бәйгелә ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта ғына.