Йәшәү хаҡына

Йәшәү хаҡына

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡуйған яңы постановка шулай тип атала. МХО яугирҙарына һәм уларҙың ғаиләләренә арналған бындай бейеү Рәсәйҙә тәүгә ҡуйыла. Ижади төркөм менән хәбәрсебеҙ Сәлимә Исламова осрашты.Аяҡтарында берцтар, тулы обмундирование, ҡараштар етди, күңелдә шом. Сәхнәлә әйтерһең ысын яугирҙәр. Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбле ҡуйған бейеү махсус хәрби операцияға арналған Рәсәйҙәге тәүге постановка. Академик бейеү ансамбленә хас булмаған заманса сюитала артистар штурм мәлендәге ысын хәрби хәрәкәттәрҙе күрһәтә. Был халыҡ бейеүҙәре ансамбленең репертуарындағы стилләштерелгән тәүге театраль сюита. Егеттәрҙең өҫтөндәге хәрбиҙәр кейгән ысын комуфляж, аяҡтарындағы берцтар заман күренештенә тап килә. Хәрәкәттәр эшләү өсөн был ауыр түгел, хистәрҙе ауыҙлыҡлау ҡатмарлы ти артистар. Ә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тегелгән нескә костюмдар бейеүҙең лирик өлөшөн күрһәтә. Ундағы хәрәкәттәр көн һайын яуҙағыларҙың именлеге өсөн борсолған әсәйҙәре,ҡатындарының, апай-һеңлеләренең, хис-тойғоларын, кисерештәрен сағылдыра.Бейеүгә либретто яҙыла, ниндәй көй мотивы кәрәклеге тураһында фекер алышҡас композитор музыка өҫтөндә эшләй башлай. Бейеү һалыусылар маҡсатты аңлатҡас та көй заманса яңғырарға тейешлеген, инструменттарҙан фортепиано һәм виолончель теманы яҡшы сағылдырасағын үҙемә билдәләп ҡуйҙым ти Рәил Мөрсәлимов. Бейеүҙең тарихы 2023 йылдың сентябрендә Дәүләт ансамбленең Луганск Халыҡ Республикаһына гастролдәре ваҡытында урындағы халыҡ һәм яугирҙар менән аралашыуҙар мәлендә тыуа.Артистар концерттар араһында яугирҙәр менән осрашып, егеттәрҙең нисек хеҙмәт иткәнен, ҡайҙа йәшәгәнен ҡараған. Ансамбль исеменән яҡташ яугирҙарыбыҙға автомобиль дә тапшырған. «Йәшәү хаҡына» — тотош илебеҙ халҡының уртаҡ ынтылышын, борсолоуҙарын, еңеүгә булған ышанысын һынландыра бейеү. Ансамблдең киләһе миҙгеле репертуарында ул төп урынды биләйәсәк. Театрлаштырылған сюитаны Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә лә күрһәтеү маҡсаты ҡуйылған.