Республикала юл-транспорт фажиғәләре ҡырҡа артҡан

Тулыраҡ: Республикала юл-транспорт фажиғәләре ҡырҡа артҡан

Был тәү сиратта һауа торошона-бурандарға ла бәйле.Был видео башҡалала Өфө шоссеһы урамында төшөрөлгән. Тығындарҙы уң яҡлап үтергә теләүсе водитель ҡар таҙартыусы КАМАЗ машинаһын күрмәй ҡала. Уның көрәгенә барып бәрелә. Водителдәр Өфө-Силәбе юлының бик насар хәлдә булыуы тураһында хәбәр итә. Авариялар сәбәпле трассала 10 саҡырымлыҡ тығын барлыҡҡа килгән.