Рәсәй президенты “Роснефть” компанияһының 19,5 процент акцияһын хосусилаштырыуҙы быйыл донъяның энергетика баҙарындағы иң мөһим килешеү тип баһаланы һәм был эш өсөн компания етәксеһе Игорь Сечинға рәхмәт белдерҙе. Акцияларҙы һатыу ил бюджетын 10 миллиард 500 миллион евроға тулыландыра.Игорь Сечин әйтеүенсә, бер-нисә килешеүгә ҡул ҡуйыу һөҙөмтәһендә “Роснефттең” 49 процент акцияһы хосусилаштарылған. Бюджетҡа 34 миллиард доллар күсерелгән.
Рәсәй ярҙамында Сүриә армияһы бороғо Алеппоны террорсыларҙан азат итте. Ҡораллы оппозиция әле 10 квадрат километрлыҡ майҙанды контролдә тота. Аналитиктар фекеренсә, тиҙҙән уларҙың Идлиб виләйәтенә күсеүе ихтимал. Әгәр хөкүмәт ғәскәрҙәре Алеппоны тулыһынса азат итә алһа, был Башар Асадтың мөһим еңеүе буласаҡ.
Бөйөк Британия парламенты Министрҙар кабинетының Европа берлегенән сығыу тураһындағы планын хупланы. Шулай итеп, хөкүмәт һайлаусыларға биргән вәғәҙәһен үтәй һәм 31 мартҡа тиклем Лиссабон килешеүенең 50 статьяһын ғәмәлгә индерә ала. Документҡа ярашлы, Бөйөк Британия ике йылда Европа берлеге менән бәйләнештәрҙе өҙөргә тейеш.
Тайвань парламентында депутаттар һуғышҡан. Хеҙмәт ҡануниәтенә үҙгәрештәр индереү яҡлылар һәм быға ҡырҡа ҡаршы булыусылар бер-береһенә йоҙроҡтар менән ташланған. Үҙгәрештәр йыл һайын бирелә торған ялды 7 көнгә ҡыҫҡартыуҙы, эш көнөн оҙайтыуҙы күҙ уңында тота. Бер-нисә депутат йәрәхәтләнгән һәм дауаханаға оҙатылған.