Республика етәксеһе Радий Хәбиров ҙур предприятиелар етәкселәре менән оператив штаб ултырышын үткәрҙе. Унда республиканың сәнәғәт объекттарын террористик, шул иҫәптән пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүменән һаҡлау мәсьәләһе ҡаралды. Предприятиелар етәкселеге диверсиялар хәүефтәрен аныҡ баһаларға һәм хәүефһеҙлекте эҙмә-эҙлекле тәьмин итергә, ә иң мөһиме хәүеф тыуған осраҡта тиҙ арала саралар күрергә тейеш, тине Радий Хәбиров. Ултырышта сәнәғәт предприятиеларының террористик һөжүм хәүефе шарттарында эшләүе, ғәҙәттән тыш хәлдәр осрағында ведомство-ара эш итеү, диверсияны иҫкәртеү һәм уға оператив яуап биреү мәсьәләләре ҡаралды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 9 майҙа дошмандың пилотһыҙ осоу аппараттары Салауат ҡалаһында "Газпром нефтехим Салауат" предприятиеһына һөжүм иткәйне.
Оператив штаб ултырышы
Оператив штаб ултырышы