Баш ҡалала “Газ. Нефть. Технологиялар” форумы асылды. 32 йыл рәттән уҙғарылған сара беҙҙең ил генә түгел, ә башҡа дәүләттәр өсөн дә ҡыҙыҡлы. Хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин әҙерләгән яҙма. Башҡортостанда 32-се тапҡыр уҙғарылған “Газ. Нефть. Технологиялар” форумы тураһында һүҙ йөрөткәндә, уның, тәү сиратта, күргәҙмә түгел, ә абруйлы форум икәнлеге тураһында әйтергә кәрәк. Тап ошо экспозиция бөгөн тәбиғи яғыулыҡ табыу, уны эшкәртеүҙә иң алдынғы технологиялар менән танышыу мөмкинлеген бирә. Быйылғы сараларға килгәндә, уны аналитиктар ғына түгел, ә ауыл халҡы ла иҫтә ҡалдырасаҡ. Сәбәбе ябай, әммә, көндәлек өсөн айырыуса әһәмиәтле. Тап күргәҙмә сиктәрендә Ғафури районында ҡасаба-ара газ үткәргес сафҡа тапшырылды. Ҙур булмаған магистраль 110 йортҡа “зәңгәр яғыулыҡ” алып килеп, тағы 6 социаль обьектты хеҙмәтләндереүҙә тәбиғи газ ҡуланыу мөмкинлеген бирә. Сәйетбаба-Ҡаран-Йылға-Ҡолҡан йүнәлешендәге магистраль оҙонлоғо 8 саҡрым.Башҡортостанда “зәңгәр яғыулыҡҡа” бәйле тағы бер обьект уңышлы һынау уҙҙы. “Башнефть” ширҡәтенең Дыуан районы Мәтәле сәнәғәт базаһында нефть табыуҙан килгән газды эшкәртеүсе ҡоролма хәҙер тулыһынса сафта. Ә быйылғы форум унда ҡатнашыусылар һаны менән аптырата. Рәсәйҙең 38 субьектынан килгән 300 компания технологиялар тураһында ғына һүҙ алып бармай, тәү нәүбәттә, тәжрибә менән уртаҡлаша. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та нефть сәнәғәте модернизацияһы тигән билдәләмәгә айырым иғтибар бирә.Ғәҙәттә, “Газ. Нефть. Технологиялар” күргәҙмәһе ике өлөштән тора. Тәүгеһе, әлбиттә, күргәҙмә һәм нефть, газ сәнәғәте ҡаҙаныштар. Башҡортостан башлығы экспозициялар менән танышыуҙан тыш, ҡунаҡтар менән аралашыу форсатын да тапты. Бынан тыш, хеҙмәтен, ғилем биреүен ошо өлкәгә арнаған алдынғыларҙың бер төркөмөнә дәүләт наградаларын тапшырҙы. Пленар ултырышта күтәрелгән мәсьәлә лә Рәсәй нефть-газ тармағы өсөн әһәмиәтле. Ул бөгөнгө шарттарҙа яңы саҡырыу һәм уны хәл итеүгә арналды.
Өфө алдағы көндәрҙә Рәсәй нефть һәм газ тармағы өсөн төп үҙәккә әйләнә
Өфө алдағы көндәрҙә Рәсәй нефть һәм газ тармағы өсөн төп үҙәккә әйләнә