Башҡортостан ғалимдары ауыл хужалығында экологияны яҡшыртырға ярҙам итеүсе иңкештәр үрсетә. Волга буйы федераль округындағы берҙән-бер был лаборатория продукцияһына илдә ихтыяж ҙур. Тулыраҡ мәғлүмәт хәбәрсебеҙ Гүзәл Батыраева сюжетында.Башҡорт дәүләт аграр университетының магистранты Эльвира..... иңкештәр менән күптән уртаҡ тел тапҡан. Ул ҡорттарҙы лаборатория шарттарында үрсетеү менән мәшғүл. Эш ҡатмарлы, әммә мауыҡтырғыс, ти йәш белгес.Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгестәре беренсе иңкештәрҙе илдең төрлө төбәктәренән алып ҡайта. Был эшсе ҡорттарҙы ауыл хужалыҡтары, фермерҙар баҫыуҙарҙы һеркәләндереү өсөн ҡуллана. Иңкештәрҙе аҙнаһына ике тапҡыр ашатыу ҙа етә. Шәкәрле һыу, сәскә һеркәһе — тырыш бөжәктәр татлы ризыҡ ярата. Ауыл хужалығында алыштырғыһыҙ ярҙамсылар, иң тырыш һеркәләндереүселәрҙе үрсетеү өсөн лабораторияла махсус шарттар ҙа булдырыу зарур. лабораторияла йылы һәм дымлы... Иңкештәр ҡыҙыл уттан ҡурҡа.... шуға ла был бүлмәлә ҡумтаны асып, уларҙы иркенләп ашатырға, балаларын айырып алырға мөмкин.Бөжәктәр тырышлығы менән хатта бал ҡорттарын да уҙҙыра, ти белгестәр. Талымһыҙ бөжәктәр көндөң яҡтырғанын, һауа торошоноң көйләнгәнен дә көтөп тормай, эшкә тотона. Белгестәр әйтеүенсә, помидор, баклажан, борос, баҡса, ҡурай еләге үрсетеүҙә иңкештең роле алыштырғыһыҙ. Тап ошо емеш-еләк сәскәләрен иңкеш кенә һеркәләндерә ала. Был эшсе ҡорттар ауыл хужалығында баҫыуҙарҙы һеркәләндереү өсөн ҡулланыла. Инә һәм ата ҡорттарҙың һәр-береһенең айырым бүлмәләре бар. Ваҡыт етеү менән уларҙы парлаштырылар. Ә был һыуытҡыста иңкештәр йоҡлай. Лаборатория хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, был мөһим процесстарҙың береһе. Йоҡо өсөн иң ҡулай температура 4 градус йылылыҡ. Көс туплаған инә ҡорттар сәләмәт тоҡом баҫтырып сығара. Тап ошо тырыш бөжәктәр ярҙамында аграрийҙар мул уңышҡа өмөт итә ала. Май аҙағында ғалимдар 50 ҡумта иңкеште Силәбегә оҙатырға планлаштыра.
Инкештәр килә ярҙамға
Инкештәр килә ярҙамға