Дүрт аяҡлы тоғро дуҫтарыбыҙ көндәлек тормошта ғына түгел, ә етди хеҙмәт барған урындарҙа ла кешегә ярҙамға килә. Тулыраҡ хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина сюжетында. Мостай Кәрим исемен йөрөткән «Өфө” халыҡ-ара аэропортында Башҡортостандың таможня хеҙмәте көндә үҙ эшен юғары кимәлдә башҡарып килә. Тәртип һаҡлау бурысын үтәү өсөн кешеләр генә түгел, эттәр ҙә йәлеп ителә. Уларҙың һәр береһен айырым бер нәмәне генә еҫкәп табырға өйрәткәндәр. Мәҫәлән, Люся исемле немец овчаркаһы тик аҡса купюраларын ғына эҙләй, ә джек-рассл-терьер тоҡомло Джек наркотик һәм көслө тәьҫирле матдәләрҙе таба. Аэропорт, вокзал һәм башҡа кешеләр күпләп йыйылған урындарҙа хәүефлек бер нисә тапҡырға күтәрелә, шуға күрә бында халыҡтың именлеген һаҡлау хеҙмәттәре тәүлек әйләнәһенә эшләй. Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә барғанда, сит илдәргә сыҡҡанда халыҡҡа нимәгә иғтибар итергә кәрәк? 2024-се йылдың апрелендә Анна һәм Белка исемле эттәр «Наркотик матдәләр табыу» әҙерлеге буйынса Волга буйы төбәгенең таможня органдары араһында күпбәйге буйынса кинологтар ярыштарында шәхси зачёт сиктәрендә еңеүсе итеп табыла. Эт – кешенең дуҫы. Тормошта ла, эштә лә ул тоғро дуҫ булып ҡала белә. Уларҙың эштә күрһәткән оҫталығы күптәрҙе таң ҡалдыра.
Тәртип һағында
Тәртип һағында