Башҡортостан Башлығы «Хәрби-патриотик тематикаға арналған художестволы әҫәрҙәрҙе конкурс нигеҙендә һайлап алыу тураһында» указға ҡул ҡуйҙы. Быйыл һәм артабан йыл һайын хәрби-патриотик тематикаға бағышланған, шул иҫәптән махсус хәрби операциялағы ваҡиғаларҙы һәм геройҙарҙың батырлығын яҡтыртыуға йүнәлтелгән художестволы әҫәрҙәр конкурс буйынса һайлап алына. Программаны финанслау күләме — йылына 10 миллион һум, аҡса мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә түләү өсөн тәғәйенләнгән.
Хәрби-патриотик тематикаға арналған художестволы әҫәрҙәр
Хәрби-патриотик тематикаға арналған художестволы әҫәрҙәр