Йөк ташыусы автомобилдәрҙе контролдә тотоуҙы көсәйтергә кәрәк

Йөк ташыусы автомобилдәрҙе контролдә тотоуҙы көсәйтергә кәрәк

Радий Хәбиров райондарға ҙур класлы автобустар һатып алыу мәсьәләһен өйрәнергә ҡушты. Уның һөҙөмтәһе буйынса йәмәғәт транспорты менән тәьмин итеү планы ҡабул ителәсәк. Ошо турала Башҡортостан Башлығы Транспорт сәғәтендә белдерҙе. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, йөк ташыусы автомобилдәрҙе контролдә тотоуҙы көсәйтергә кәрәк. Миәшәгәр-Торналы-Мөрсәлим, Кропачев-Мәсәғүт-Әшит һәм Мөрсәлим-Сүлиә юлдарында йөк үлсәү системалары барлыҡҡа киләсәк. Был юлдарҙан урындағы каръерҙа сығарылған төҙөлөш материалдары тейәгән транспорт йыш йөрөй. Республика башлығы әлеге трассаларҙа өҫтәмә йөктө үлсәүсе пункттарҙы ҡуйыу кәрәклеген белдерҙе.