Мәжбүри сара

Мәжбүри сара

Башҡортостанда өсөнсө июндән автобустарҙа йөрөү хаҡы арта. Тарифтар буйынса дәүләт комитеты ҡарарына ярашлы, Өфөлә йөрөү хаҡы ҡулаҡса йәки банк картаһы менән түләгәндә 41 һум, “Алға” картаһы менән 34 һум буласаҡ. Шулай итеп, республикала автобустарҙа йөрөгән өсөн ике йыл дауамында бер үк хаҡ һаҡланып килде. Өсөнсө июндән хаҡтарҙы күтәреү мәжбүри сара. Росстат мәғлүмәттәренә ярашлы, былтыр илдә инфляция 7 бөтөн 42 процент булған. Дизель яғыулығына хаҡтар 2002-се йылдан яҡынса 20 процентҡа, газға 12 процентҡа артҡан. Автобустарға запас частәр ике йылда 80, шиналарға-50 процентҡа ҡыйбатланған. Шуға ҡарамаҫтан, Башкортостанда социаль льготалар һаҡланып ҡала. “Алға” картаһын ҡулланыуҙан ғына Башҡортостан халҡы 2019-сы йылдан 1 миллиард 200 миллион һум аҡсаһын янда ҡалдырған. Бынан тыш, Өфөлә “бәхетле сәғәт” акцияһы ла дауам итә. Уның ярҙамында пассажирҙар бер автобустан икенсеһенә күсеп ултырып 500 миллион һумын янда ҡалдырған.