“Башҡортостан” Дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы журналистары махсус хәрби операциялағы хәрбиҙәр өсөн күсереп йөрөтмәле мунса бүләк итте. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Джефф Монсон да яугирҙарға ошондай бер-нисә мунса алды. Украиналағы нацистарға ҡаршы иғлан ителгән махсус хәрби операция башланғандан алып Башҡортостан халҡы хәрбиҙәргә әүҙем ярҙам итә. Яңыраҡ Өфө эшҡыуарҙары илдә микроэлектродвигателдәр етештереүсе завод асҡайны. Шуға ла уның корпусында беҙҙең барыбыҙға ла билдәле өс шөоөп төшөрөлгән. Өфө моторҙарын “Бекас” дрондарына ҡуя башланылар. Башҡортостан 24 телеканалында йома 10 сәғәттә билдәле журналист Александр Рогаткиндың “Барыһы ла фронт өсөн” документаль фильмын ҡарағыҙ. Унда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеларының хәрби рельстарға баҫыуы асыҡ күрһәтелә. Александр Рогаткиндың “Барыһы ла фронт өсөн” йома 10 сәғәттә Башҡортостан 24 телеканалында ҡарағыҙ.
Барыһы ла фронт өсөн
Барыһы ла фронт өсөн