Быйыл Өфөлә ун беренсе классты 4 мең 300-ҙән ашыу уҡыусы тамамлай

Быйыл Өфөлә ун беренсе классты 4 мең 300-ҙән ашыу уҡыусы тамамлай

Һуңғы ҡыңғырауҙар һәм сығарылыш кисәләре бер көндә ойошторола. Сығарылыш уҡыусылары, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр өсөн дөйөм байрам 24 майҙа көндөҙгө сәғәт 2-лә «Торатау» конгресс-холы майҙанында ойошторола. Ул «Мәктәп йылдары» вальсын, артабан Рим Хәсәновтың «Өфө йүкәләре» көйөнә вальс башҡарыуҙан башлана. 24-се май шулай уҡ 12 меңдән ашыу туғыҙынсы класс уҡыусыһы өсөн тантаналы линейка була. Һуңғы ҡыңғырау байрамы айҡанлы 24 майҙа айырым урамдарҙа юлдар ябыла, ә Өфөлә һәм республикала спиртлы эсемлектәр һатыу тыйыла.