Өфөлә Хәйбулла районы яҡташтарының йыйыны үтте. Ул төрлө саралар менән үрелеп барҙы. Шулай уҡ райондан сыҡҡан вәкилдәр спорт ярыштарында көс һынашты. Тулыраҡ Закир Шәрипов репортажы.Бығаса булмаған хәл! Хәйбулла районы тәүге тапҡыр Өфөлә яҡташтарҙың волейбол буйынса ярышын уҙғара. Беренсе ҡоймаҡ төйөрлө була тигән әйтем был хәлгә тура килмәй. Командалар йыйылды һәм еңеүселәр, иң яҡшы уйынсылар билдәләнде.Был көндө Өфөлә Хәйбуллалар көнө тип атарға мөмкин. Саралар көн дауамында баш ҡаланың төрлө майҙансыҡтарында барҙы. Район хакимиәте башлығы студенттар менән осрашып, уларҙы борсоған мәсьәләләр буйынса фекер алышты, алдынғыларҙы билдәләне. Ә бына ысын проблемалар түңәрәк өҫтәлдә күтәрелде. Хәйбулланың Өфөлә йәшәгән аҫыл ул һәм ҡыҙҙары үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы күтәрҙе. Яҡташтарҙы юл, медицина, эш мәсьәләләре борсой. Өфөлә Хәйбулланан сыҡҡан йөҙәрләгән яҡташтар йәшәй. Һәр береһенең төрлө фекере һәм ҡыҙыҡһыныуҙары. Әммә, барыһын бер маҡсат берләштерә. Бөтәһе лә тыуған районына ярҙам итергә әҙер. Был осрашыуға йөрәге һәм күңел ҡушыуы буйынса йыйылдылар. Һағынып йыйылдылар, сөнки күптән Хәйбуллалар ошондай сараларҙа осрашҡаны юҡ ине. Һәр береһе үҙен борсоған һорауҙарҙы бирҙе, таныштарын күреп, аралашып күңел йылыһы алды.Сара барышында яҡташтар өсөн бер түгел ике күргәҙмә ойошторолдо. Уның береһе тышта урынлашһа, икенсеһе Башҡорт дәүләт филармонияһы эсендә уҙғарылды. Яҡташтар сифатлы һәм экологик яҡтан таҙа ризыҡтар килтерҙе. Хәйбулла ,әлбиттә, ҡорот менән дан алған төбәк.Күргәҙмәлә нимә генә юҡ. Ауыл хужалығы тауарҙарынан алып сәнәғәт продукцияһына тиклем. Һәм әлбиттә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар темаһы ситтә ҡалмай. Хәйбуллалар 250-нән ашыу йәшеренеү селтәрҙәре үреп Украинаға оҙатҡан.Хәйбуллалар осрашыуы матур концерт менән тамамланды. Унда райондың алдынғы коллективтары, төркөмдәре һәм артистары сығыш яһаны. Тамаша үҙенә күрә йомғаҡ яһау ҙа булды. Район үҫешенә өлөш индергән яҡташтар маҡтау грамоталары менән билдәләнде.
Хәйбуллалар ҡор йыйҙы
Хәйбуллалар ҡор йыйҙы