Ни өсөн Башҡортостандағы ауыл хужалығы ерҙәренең күп өлөшө һаман хужаһыҙ? Рәсәй һәм Башҡортостан ҡануниәтедә билдәләнгәнсә пай ерҙәре ҡасан урындағы халыҡҡа таратылыр?
Рәсәй-Башҡортостан каналының матбуғат үҙәгендә бөгөн ошо мәсъәлә күтәрелде. Стәрлетамаҡ, Иглин һәм башҡа райондарҙан килгән хужалыҡтарҙың, журналистарҙың һорауҙарына ауыл хужалығы фәндәре докторы, БДАУ профессоры Рәзит Нурлығаянов һәм Башҡортостандың ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр берлеге рәйесе Зифҡәт Сәйетғәлиев яуап бирҙе.