Республика Башлығының Үзбәкстанға эш сәфәре дауам итә. Радий Хәбиров Ташкент ҡалаһында Рәсәй һәм Үзбәкстан төбәктәре Советында ҡатнаша. Уҙған көн Башҡортостан делегацияһы Үҙәк Азиялағы иң эре технопарктарҙың береһе менән танышты.
2019 йылда элекке авиацион предприятие биләмәһендә булдырылған сәнәғәт майҙансығында ҡыҫҡа ваҡыт эсендә юғары технологияла 16 етештереү нөктәһе барлыҡҡа килгән. Технопаркта 5 меңдән ашыу кеше эшләй. Улар һыуытыу системаһынан алып, лифт, эскалатор, һыу насостары, мейестәр, кер машиналары, мебель өсөн фурнитураға тиклем төрлө продукция етештерә. Радий Хәбиров майҙансыҡтарҙы ойоштороу үҙенсәлектәре менән танышты һәм был тәжрибәне башҡорт-үзбәк технопаркын ойоштороуҙа ҡулланырға кәрәк тине. Был майҙансыҡ Ташкент өлкәһендә барлыҡҡа киләсәк. Артабан ошондай уҡ технопаркты беҙҙең республикала ла булдырырға ниәтләйҙәр.
Ике яҡлы сәнәғәт кооперацияһын булдырыу темаһы Үзбәкстан Премьер-министры Абдулла Арипов менән осрашыу барышында ла күтәрелде. Технопарктың Башҡортостандағыһы Благовещен ҡалаһында урынлашасаҡ. Унда транспорт өсөн газ баллондары етештереү күҙаллана. Шуны ла әйтеп китергә кәрәк, Үзбәкстан Башҡортостандың сит ил партнерҙары араһында тауар әйленеше буйынса әле 5-се урында тора. Сибайҙағы Инвестиция һабантуйында имзаланған юл картаһына ярашлы унда күләмде 6 тапҡырға арттырыу ниәте бар.