Башҡортостан ҡотҡарыусылары һауа торошона бәйле махсус белдереү яһаны

Башҡортостан ҡотҡарыусылары һауа торошона бәйле махсус белдереү яһаны

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитеты уҙған төн республикала урыны менән -3 градусҡаса һыуытып ҡырау төшөүе хаҡында иҫкәртте. Бөгөн айырым райондарҙа елдең тиҙлеге секундына 18 метрға тиклем етә. Ҡотҡарыусылар көслө ел ваҡытында ағастар ҡолау, нығытылмаған ҡыйыҡ, йә башҡа конструкцияларҙың ҡолау хәүефен хәтергә төшөрә. Көндәр яйлап йылыта, бөгөн һауа температураһы +18, +23 градусҡа тиклем күтәрелә.