Был алдан планлаштырылған күләмдән яҡынса ике тапҡырға күберәк. Баш ҡаланың юбилейы уңайынан Республика Башлығы өҫтәмә ярҙам бүлде.
Өфөлә әле юлдарҙы ремонтлау эшенең ҡыҙған мәле. Йылдар дауамында таушалып ҡышҡы һынауҙан һуң соҡорланған юлдарҙан йөрөү ҡала халҡына әллә күпме ҡыйынлыҡтар алып килә: кешеләр машиналарын йышыраҡ ремонтҡа индерергә мәжбүр.
Өфөлә быйыл «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» тиҫтәләгән урам, шулай уҡ ҡаланан ситтә ятҡан биҫтәләр менән тоташтырыусы магистрәлдәр төҙөкләндерелә.
Өфөнөң иң ҡатмарлы участкаларының береһе Калинин районы Базилевка ауылында. Республика психиатрия дауаханаһынан алып М-5 трассаһына тиклем һуҙылған юлды билдәле алымға таянып эшләйҙәр. Ҡырып алынған иҫке асфальт ҡайтанан эшкәртелеп яңы ҡатламды түшәгәндә файҙаланыла.
Күләмле ремонт эштәре Дим шоссеһында ла алып барыла. 36 мең квадрат метр күләмендәге асфальт ҡатламы тулыһынса сиселеп яңынан түшәлә. Ошоға бәйле ял көндәрендә бында реверсив хәрәкәт ойошторолдо. Юлсылар әйтеүенсә, эштәр йәй аҙағына тиклем барасаҡ.
Дим биҫтәһендә шулай уҡ Магистраль урамында ремонт башҡарыласаҡ. Капиталь ремонт көткән иң ҙур участкаларҙың береһе Өфө-Затон трассаһының төнъяҡ урау юлы. Бында 10 километр асфальт яңыртыла. Сипайлово биҫтәһендәге Ҡариҙел яр буйында 5 километр юл төҙөкләндерелә. Шулай уҡ баш ҡаланың Зорге, Кольский, Дзержинский урамдарында ла эштәр башҡарыла.
«Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милии проекты актив рәүештә тормошҡа ашырыла. Өфөлә төҙөкләндереләсәк юлдар исемлеге үткән йылда уҡ раҫланған ине. Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса тағы ла 20 километр юл төҙөкләндереүгә өҫтәмә аҡса бүленде. Был исемлектә ҡаланың төп транспорт артериялары — Октябрь һәм Салауат Юлаев проспекттары, Цюрупа, Баҡалы һәм Маршал Жуков урамдары. Бында шулай уҡ яңынан асфальт түшәләсәк.