Баш ҡалала үткән II Халыҡ-ара китап йәрминкәһен 3 көн эсендә 174 меңгә яҡын кеше барып күргән. Байрам ҡунаҡтарына 233 нәшриәт йорто һәм китап менән сауҙа итеү ойошмалары үҙ баҫмаларын тәҡдим итте.
Улар Рәсәйҙең 18 төбәгенән, тағы ла сит илдәрҙән — Беларусь, Әзербайжан, Үзбәкстан, Таджиҡстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Сәғүд Ғәрәбстанынан. Китап йәрминкәһендә 73 меңдән ашыу китап һатылған. “Китап” нәшриәтенең генә 2300-ләп китабын һатып алған ҡунаҡтар. Китап байрамында ҡатнашыусылар был көндәрҙә үҙен төрлө яҡлап байытты. 130-ҙан ашыу оҫталыҡ дәресе ойошторолдо. Яҙыусылар менән осрашыуҙар ғына 50-ләп иҫәпләнде. Ә Китап байрамы почтаһына махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарыбыҙға 737 хат төштө. Бөтә ил буйлап меңгә яҡын открыткалар таралды. Байрамдың мәрхәмәтле күренештәренең береһе – балалар йорттарына бүләккә тапшырылған 800 дана китап булды