Бөйөк йырсы тәү башлап Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә һөнәри юлын башлай һәм сәнғәт үрҙәренә күтәрелә. Шаляпин музейы Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылды һәм ул бөйөк басс ижадына арналған Рәсәйҙәге алтынсы ошондай ойошма. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Яңы музейға килеүселәрҙе Федор Шаляпиндың портреты ҡаршы ала. Ул Өфөлә, күрше урамда төшөрөлгән тәүге фотоһүрәт буйынса күсереп эшләнгән. Интерьерҙың был детале, әйтерһең дә дан һәм танылыу тураһында хыялланған бик йәш кеше – Шаляпин менән таныштырырға әҙерләй.
Биш залдың тарихи интерьерҙарында 900-ҙән ашыу уникаль экспонат бар. Уларҙың күпселеге 19 быуат аҙағына ҡарай. Заманса технологиялар тамашасыларҙы ошо дәүерҙе үҙҙәре аша үткәрергә ярҙам итә. Был йәш артист йәшәп ятҡан ярым подвал бүлмәһенең тәҙрәһенән күренеш һәм уның грим бүлмәһенең көҙгөһөндәге сағылышы.
Экспозиция Шаляпиндың дебюттан алып триумфҡа тиклемге ижад юлы менән таныштыра. Ҡазандан Өфөгә пароходта сәйәхәт иткән осорҙо ла, донъя опера сәхнәләрендә сығыш яһағанын да күрергә мөмкин. Төп иғтибар, әлбиттә Өфөлә йәшәгән дәүергә бәйле. Әлегә тиклем был турала тарихсылар ғына белгән.
Өфөлә асылған Федор Шаляпин исемендәге музыка музейы иҫәп буйынса алтынсыһы. Рәсәйҙә бөйөк опера йырсыһы иҫтәлегенә арналған тағы ла 5 мәҙәни объект бар. Улар үҙ-ара экспозициялар менән алмашыу тураһында ла килешкән. Киләсәктә музей кварталын артабан үҫтереү күҙаллана. Әйткәндәй, Өфөлә «ҡайтарылған исемдәр Музейы»н ойоштороу хаҡында ла иғлан ителде. Башҡортостан Башлығы символик рәүештә витринаға беренсе экспонат – 19 быуатта Златоуста эшләнгән боронғо драгун шашкаһын һалды.