“Ваҡыт йылғаһы” фестивале

“Ваҡыт йылғаһы” фестивале

Испан, Швед, Голланд ялланыусылары рус хәрбиҙәренә ҡаршы ҡорал күтәрә. Был 17 быуат ваҡиғалары. Аҡса, байлыҡ артынан ҡыуған Европа илбаҫарҙары ғәҙеллек менән намыҫҡа ҡаршы тора алмағанын аңлар өсөн меңәрсә кешеһен ҡорбан итә. Тик хәтерҙә генә ҡалдырмаған... Ә бына Бөрө ҡалаһында ойошторолған “Ваҡыт йылғаһы” фестивале хәтерҙе генә яңыртып ҡалмай, хәрби-тарихи реконструкция аша тарихты һөйләй.

Европа мушкетерҙары рус уҡсыларына ҡаршы. “17-се быуат. Ватан сиктәре һағында” – “Ваҡыт йылғаһы” фестиваленең иң сағыу тамашаһы. Нәфис фильм әҙерләйҙәр, тиерһең. Тик ҡабат-ҡабат төшөрөү генә мөмкин түгел. Бар тамаша үҙ яйы менән бара. Төшкө ашты ла фестивалде ойоштороусылар шартына килтереп, 17-се быуаттағы кеүек бешергән.

“Бөрө ҡәлғәһе” тарихи паркына килгән һәр кем алыш барышын күрҙе, реконструкция реквизиттары менән танышты. Һуңғыһы хатта иң алдынғы костюм оҫталарының иғтибарына лайыҡ. Фестивалдә ҡатнашыусылар уларҙы үҙҙәре тегеп әҙерләгән.

Ҡунаҡтар ҙа ҡалышмай. Бөрө уҡсылары янында 17-се быуаттағы Испан әрмеһе лагеры. Тольятти реконструкторҙары Башҡортостанға 6 мушкетер һәм кавалеристар сүрәтендә килгән. Николай Мардвов барыһын да 20 килограмлыҡ кейеме менән таң ҡалдырҙы.

Тарихи-патриотик фестивалдең һәр ҡатнашыусыһы тере энциклопедия тиерһең. Реконструкторҙарҙың үҙ геройы, кейеме, ҡоралы, йәшәүеше тураһында һөйләүен эйәреп йөрөп, талмай тыңларға була. Был фестиваль шоу ғына түгел, ә тарихты барлау.

Ватан тарихы менән ҡыҙыҡһыныусы ҡунаҡтарҙы реконструкцияның икенсе көнө хайран итте. “1944. Һуғыш һәм геройҙар дәүере” майҙанында хәрби техника, самолеттар ҡулланылды. Фестивалдең яңылығы был. Ҡунаҡтар техникаларҙа йөрөп ҡараны, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты һәм фестиваль аҙағында рәхәтләнеп “Мушкет һәм волынка” концерты музыканттарына ҡушылып күңел асты.