Республикала Үзбәкстан предприятиелары менән берлектә көнкүреш техникаһы, лифт, эскалаторҙар, мебель өсөн фурнитура етештереүҙе яйға һалырға ниәтләйҙәр. Был турала Радий Хәбировтың Ташкентҡа эш сәфәре барышында билдәле булды. Ул Рәсәй һәм Үзбәкстан Президенттары етәкселегендәге ике ил төбәктәре Советында ҡатнашты.
Совет осоронда авиация заводы урынлашҡан был цехтарҙа бөгөн йөҙәрләгән төр продукция сығаралар. Уларҙың барыһы ла юғары технологик процесттар ярҙамында башҡарыла. Ташкенттағы технопарк менән Башҡортостан делегцияһын да таныштырҙылар.
Радий Хәбиров ошондай технопарктарҙың Башҡортостанда ла кәрәклеген белдерҙе. Сәфәр сиктәрендә тәүге ниәттәр ҙә барланды.
Ниәттәр генә түгел, аныҡ инвестицион проекттар һәм берлектәге технопарктар булдырыу пландары Рәсәй һәм Үзбәкстан төбәктәре Советында барланды. Уны ике ил Башлыҡтары асты. Владимир Путин билдәләүенсә, тап төбәк-ара хеҙмәттәшлек дәүләттәр араһында иҡтисади һәм сәйәси дуҫлыҡты нығыта.
Совет ултырышында Рәсәйҙән ике тиҫтәнән ашыу субъект губернаторы, шул иҫәптән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Көн тәртибе киң, ул сәнәғәт кооперацияһын үҫтереү, ауыл хужалығы өлкәһендә хеҙмәттәшлек, инновациялар индереү һәм һанлы технологиялар кеүек көнүҙәк темаларҙы үҙ эсенә алды. Бөгөн 78 Рәсәй төбәге Үзбәкстан өлкәләре менән үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек алып бара. Әлеге ваҡытта төбәктәр кимәлендә дүрт миллиард долларлыҡ 200-ҙән ашыу берлектәге проект тормошҡа ашырыла. Бынан тыш, төбәктәр биш миллиард долларлыҡ яңы килешеүҙәр пакетын әҙерләгән.
Төбәктәр советының беренсе ултырышы майҙанында Башҡортостан менән Үзбәкстандың Ташкент һәм Фирғәнә өлкәләре араһында хеҙмәттәшлек килешеүҙәре имзаланды.
Рәсәй менән Үзбәкстан алдағы йылдарҙа ике ил араһында тауар әйләнешен 30 миллиард долларға еткерергә тигән ҡыйыу маҡсаттар ҡуя. Бында төбәктәр араһындағы хеҙмәттәшлеккә ҙур өмөт. Башҡортостан үҙ сиратында тауар әйләнешен әлегенән 6 тапҡырға арттырып 1 миллиардҡа еткерергә ниәтләй.






