Шишмә районында йәшәүселәр алғы һыҙыҡта эшләгән егеттәребеҙҙең яҡындарына ярҙам сараһын уйлап тапҡан. Утын яра торған гидравлик ҡоролма эште 10 тапҡырға тиҙәйтә ти оҫталар. Урындағы халыҡ хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә нисек утын әҙерләй һәм тағы ла ниндәй ярҙам күрһәтә?
Бары тик бер нисә секунд һәм бүрәнә утынға әйләнә. Хәҙер ҡышҡылыҡҡа яғыулыҡ әҙерләүгә ваҡыт һәм көс бер нисә тапҡырға аҙыраҡ талап ителәсәк, — ти Әнәс Сәләмов.
Бензин двигателе менән эшләгән гидравлик утын ярғысты Әнәс Сәләмов менән Фидаил Аҡбирҙин ни бары ай ярым эсендә эшләгән. Ул трактор запчастаренән ҡоролған. Ә идеяны оҫталар интернетта тапҡан.
Әнәс Сәләмов әйтеүе буйынса гидравлик машинаның төп бурысы – яугирҙарҙың ғаиләһен утын менән тәьмин итеү. Шишмә районы хакимиәте махсус хәрби операция башланғандан алып яугир яҡташтарына һәм уларҙың яҡындарына әүҙем ярҙам итә.
Мәҫәлән, Күптән түгел Михайловтар ғаиләһе лә утын менән тәмъин ителә.
Наҙгөл Михайлова өс бала әсәһе. Уның тормош иптәше һаулығы насар булыуға ҡарамаҫтан махсус операция башланғандан бирле яу яланында. Ҡатын иренә һәм Ватанды яҡлаусыларға нисек тә булһа ярҙам итеү маҡсатынан бетеүҙәр эшләй башлай.
Шишмә районыны халҡы менән бергә НАҘГӨЛ Михайлова ла һалдаттар өсөн гуманитар ярҙам әҙерләй. Тыуған яҡтан килгән һәр бер хәбәр яугирҙарға өмөт һәм көс бирә, тигән ышаныста ул.