Нефтекамала пиротехника магазинында сыҡҡан янғында бер ҡатындың ғүмере өҙөлгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан белдереүҙәренсә, 150 квадрат метрҙа урынлашҡан офистар һәм пиротехника магазины тулыһынса янып бөткән, шартлау һөҙөмтәһендә икенсе ҡаты ишелеп төшкән. Бинанан үҙ аллы сығып өлгөргән ҡатын зыян күрмәгән. Тағы ла берәүһе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк була. Уның кәүҙәһе емереклектәр аҫтында табылған.
Башҡортостан депутаттары һыу инеүселәргә штраф һалырға тәҡдим итә. Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай “Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында”ғы республика кодексына үҙгәрештәр әҙерләгән. Уға ярашлы, ҡотҡарыусылар административ протокол төҙөргә һәм штраф һалырға хоҡуҡлы буласаҡ. Уның күләме 2 мең һумдан 25 меңгә тиклем етә. Республикала һыу инеү миҙгелендә йыл һайын 100-ҙән ашыу кеше батып үлә. Уларҙың күпселеге рөхсәт ителмәгән урында һыу инеп ҡазаға тарый.
Рәсәйҙә электр самокат хужаларына штраф булдырырға ниәтләйҙәр. Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитет тейешле закон проектын тәҡдим итте. Был электросамокаттарҙа, электроскейтбордтарҙа, гироскутерҙарҙа, монотәгәрмәстәрҙә йөрөгән кешеләргә ҡағыла. Закон проектына ҡағиҙәләр яҙыласаҡ һәм уны боҙған өсөн административ яуаплылыҡ индерелә. Мәҫәлән эскән килеш йөрөгәндә, йөк һәм пассажир ташыу ҡағиҙәләрен боҙғанда, башҡа берәйһенең һаулығына зыян килтергәндә штраф һалына. Уның суммаһы һәр осраҡҡа ҡарап 500 һумдан 30 меңгә тиклем етә.
Башҡортостанда сәләмәтлек поездары йөрөй. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы аҙналыҡ план иғлан итте. Табиптар бөгөн Учалы районының Уральск, Ҡалтасының Калегин, Дыуандың Дыуан, Бүздәктең Түреш, Ишембайҙың Петровское һәм Ҡырмыҫҡаланың Подлуб ауылында эшләй. Быйыл сәләмәтлек бригадалары 44 меңдән ашыу кешенең һаулығын тикшергән.
“Денис Мацуев тәҡдим итә – быуындар һөйләше”. Өфөлә ошондай исем аҫтында музыкаль фестиваль уҙа. Бөгөн “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Республика Академия Милли симфоник оркестры ҡатнашлығында Рахманинов, Бетховен, Шопен әҫәрҙәре яңғырай.