Шәл шәлдән айырыла. Оҫталар был хаҡта яҡшы белә. Боронғо башҡорт милли кейем өлгөләрен тергеҙеүсе Селтәр студияһы ағинәйҙәре боронғо һуҡма шәл йәки шәл һуғыу ысулын халыҡҡа ҡайтарыу йәһәтенән оҫталыҡ дәрестәре үткәргән. Рәсәй Федерацияһы президенты Грантына башҡарылған проекттың авторы Гөлгөнә Баймырҙина.
Гүзәл Мамина бейеүсе булараҡ милли үҙенсәлектәргә айырыуса иғтибарлы. 25 йыл филармония сәхнәһендә бейегән дәүерҙә китапханаларҙа әллә күпме тарих өйрәнеп ултырырға тура килде, ти ул.
Хаҡлы ялға сыҡҡас ҡул эштәре менән шөғөлләнергә ваҡыт тапҡан. Бигерәк тә шәл һуғырға өйрәнеү бейеүсенең күптәнге хыялы. Эш рәтен төшөнгәс, йәнә ижадҡа тотона.
Теүәл 10 йыл элек асылған Селтәр клубында 30-лаған оҫтабикә 19-сы, 20-се быуат башҡорт халыҡ кейем өлгөләрен тергеҙә. Һәр ваҡыт үҫеш юлында торған ижадсылар һуҡма шәлдәрҙе тергеҙеүҙә лә әүҙем ҡатнаша.
Шәл һуғырға өйрәнгәс, ошо техника ярҙамында тағы бер хыялын тормошҡа ашырырға була Фатима ханым.
3 ай эсендә йөҙләгән кешене боронғо башҡорт шәлен һуғыу оҫталығына өйрәнә. Бының өсөн 18 махсус станок алына.Әллә күпме кәҙә мамығы, һарыҡ йөнө китә. Әммә мин күптәнге хыялымды тормошҡа ашырҙым, ти проект етәксеһе Гөлгөнә Баймырҙина.
Мауыҡтырғыс эшкә бер ултырһаң тамамламай туҡтап булмай. Иң ҡатмарлыһы ептәрҙе станокка ҡуйыу, ти Әлиә Камзина. Биҙәкһеҙ булғас һуҡма шәл тиҙ ырай.
Суҡлы һуғылған шәл Урал аръяғы райондарына хас. Әлеге көндә Әбйәлил оҫталары был эште тергеҙеү өҫтөндә әүҙемлек күрһәтә. Ә Ҡырмыҫҡалы яҡтарында бындай ысул менән һуғыш ҡоралдары өсөн ҡап та һуҡҡандар.
Әйткәндәй иң боронғо һуғылған шәл ныҡ һәм башлыса биҙәкһеҙ, әммә уның матурлығы суҡтарында. Уны һәр оҫтабикә үҙенсә биҙәргә тырыша.
Оҫталыҡ дәрестәре барышында иң шәп һәм ысын һуҡма шәлдәр ҡырыҫыраҡ тәбиғәтле Урал аръяғы кәзә мамығынан ғына килеп сыға икән, тигән фекергә килә оҫталар.60-сы йылдарҙан юғалыу хәлендә ҡалған иң боронғо башҡорт шәлен һуғыусыларҙың күбәйеүе тәнгә лә күңелдәргә лә йылылыҡ һәм йән өрә.