Яңы йыл ҡайғы алып килмәһен тиһәгеҙ

Тулыраҡ: Яңы йыл ҡайғы алып килмәһен тиһәгеҙ

Яңы йыл ҡайғы алып килмәһен тиһәгеҙ.

Рәсәй халҡы һуңғы йылдарҙа тәүге тапҡыр Яңы йыл бюджетын ҡыҫҡартырға йыйынмай. Быйыл бер кешегә Яңы йыл сығымы уртаса 16 мең 900 һумға етә. Ҡулланыусылар бюджетының яҡынса 43 процентын — бүләктәр, 45 процентын аҙыҡ-түлек һәм эсемлектәр һатып алыуға, ҡалғанын күңел асыуға тотонорға ниәтләй. 2016 йылда, былтырғы кеүек үк, аҡса, сәйәхәт һәм смартфон көтөп алынған бүләк булып ҡала. Әммә респонденттарҙың 51 проценты кәнфиттәр һәм шоколад, шулай уҡ косметика, парфюмерия, аҡса бүләк итергә ниәтләй. Хатта пиротехника бүләк итергә теләүселәр ҙә осрай. Әммә белгестәр уны һатып алғанда мотлаҡ именлек сараларына иғтибар итергә саҡыра. Был видеояҙма ҡалаһында төшөрөлгән. Байрам көндәре бәләгә әйләнмәһен өсөн, ғәҙәти генә ҡағиҙәләрҙе иҫтә тоторға кәрәк, ти пиротехника магазины етәксеһе Сергей Пасхин.Белгестәр әйтеүенсә, пиротехника менән сауҙа итеүсе магазиндарҙа лицензия, шартлатҡыстарҙы файҙаланыу ҡағиҙәләре күрһәтелгән аңлатма булырға тейеш. Бындай шартлатҡыстарҙы ҡулланыу күңелһеҙ һөҙөмтәләргә килтермәһен өсөн, уларҙы махсус магазиндарҙан ғына алырға кәрәклеген дә иҫкәртә.Люция Дәүләтшина пиротехниканы ышаныслы сауҙа нөктәләренән генә алырға күнеккән. Кибеттәр һатып алыусыларға тауар тураһында тулы мәғлүмәт бирергә тейеш. Йыш ҡына халыҡ үҙе лә һаҡһыҙ эш итә. Бигерәк тә пиротехниканы уйынсыҡ урынына күреп шаярырға яратҡан бала-саға бәләгә тарый. Һөҙөмтәлә төрлө хәүефһеҙлек сараларына юл ҡуя. Бәхеткә күрә, быйыл шартлатҡыстарҙың был төрөнән балалар зыян күреп өлгөрмәгән. Шулай ҙа, байрам кәйефен боҙмаҫ өсөн ҡуйылған талаптарҙы мотлаҡ теүәл үтәргә кәрәк.