Өфөнөң маҡтаулы граждандары автобус-трамвайҙарҙа бушлай йөрөйәсәк.
Ҡала советы ултырышында 10 кешегә социаль билет тураһында ҡарар ителде. Ошо маҡсатта ҡала ҡаҙнаһынан 48 мең һум бүленә. “Өфөнөң почетлы гражданины” исеме ҡала алдындағы ҡаҙаныштар, оҙаҡ йылдар мәрхәмәтлек, меценатлыҡ менән шөғөлләнгәндәргә бирелә. Властар был категория кешеләрҙе сиратһыҙ ҡабул итергә тейеш. Шулай уҡ маҡтаулы граждандар — фатир өсөн түләмәйҙәр.